RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!

19.04.2019 Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!

Бөгөн – Бәраәт кисе. Шағбандың 15-се көнө алдынан мосолмандар үҙҙәре өсөн һәм әруахтар рухына бағышлап, Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡау доғалары уҡып үткәрә. «Йәсин” сүрәһен уҡып, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала. Аллаһы Тәғәлә йылына бер мәртәбә, тап ошо төндә, Түбәнге күккә төшә һәм ҡолдарының доғаларын тыңлай. Ярлыҡау һорағандарҙы һәм гонаһтарын юйғандарҙы ғәфү итә, диндарҙарҙың иң лайыҡлыларына алдағы йылға бәхет һәм бәрәкәт бирә.
„ Бәраәт кисе - изгелектәр өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән бер бүләк“, - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр. Бөтә бәндәләрҙең, бөтә мәхлүктәрҙең, алдағы бер йылға йыйыр ризығы, мал-мөлкәте, донъя тормошона мөнәсәбәте булған дәрәжәләре, тыуасаҡ һәм фани донъянан күсеп китәсәк кешеләр – бөтәһе лә ошо кистә билдәләнә.
Мосолмандар Бәраәт көндәрен ураҙа тотоп, саҙаҡа биреп, иманға ярашлы башҡа эштәр менән мәшғүл булып үткәрә.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Күмертау ҡалаһы башлығы киткән

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күмертау ҡалаһы башлығы киткән


«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте

«Салауат Юлаев»ҡа  фин һөжүмсеһе килде

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде


Экспортҡа ташыусыларға ярҙам

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Экспортҡа ташыусыларға ярҙам


Сығымдарҙы кәметәләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сығымдарҙы кәметәләр


Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!


Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?


Учалыла законды ихтирам иттеләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Учалыла законды ихтирам иттеләр


Һауаға шарҙар осорорға ярамай

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һауаға шарҙар осорорға ярамай


Ҡорал менән һаҡһыҙ эш итһәң

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡорал менән һаҡһыҙ эш итһәң


Өфөлә ошолай һауа торошо. Төндән ямғыр яуа, йонсоу.

Аҡсаларының яртыһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ

23.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаларының яртыһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ