RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйҙең Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла өйҙәр буйынса йөрөмәй!

10.04.2019 Рәсәйҙең Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла өйҙәр буйынса йөрөмәй!

Алфавитты иҫләйһегеҙме: а, бэ, вэ, гэ...? Моғайын, яҙманы уҡып ултырғас, хәрефтәрҙе һәйбәт ятлағанһығыҙҙыр. Ә хәҙер шулай уҡ яҡшылап ошо һөйләмде башығыҙға һеңдерегеҙ: “Рәсәйҙең Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла өйҙәр буйынса йөрөмәй!” Сөнки күпме халыҡты иҫкәртеп торһаң да, һаман да эскерһеҙҙәр табылып, хәләл аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға. “Эскерһеҙҙәр” тип яңылыш яҙманым, асыҡ ауыҙҙар, тигәндә лә батыр ине, әммә муттарҙың тоҙағына гел дә оло йәштәгеләр ҡаба – йәғни, бер кемдән дә яуызлыҡ көтмәгән эскерһеҙ, яҡты уйлы кешеләр. Учалылағы пенсионерҙар кеүек.

Учалы район судының пресс-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, судҡа Брянск өлкәһендә йәшәүсе ҡатынға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше килә. Ике мең алыҫлыҡта ятҡан сит өлкәнән килеп тороп, ҡырҡ йәшлек ҡатын Учалыла анһат ҡына байырға уйлай. Тәфтиш органдары уны ике уғрылыҡта ғәйепләй: ул үҙен, Пенсия фонды хеҙмәткәре, тип таныштырып, оло йәштәге ҡатындарҙың фатирына ла, ышанысына ла ингән һәм аҡса алыштырыу буласаҡ, шуға ла ҡулдағы купюраларҙың номерҙарын яҙып йөрөйбөҙ, тип алдаған. Пенсионер ҡатындар, теле-телгә йоҡмаған, күҙгә тура ҡараған, үҙен бик ышаныслы, белдекле тотҡан ханымға ышанып, аҡсаларын уның ҡулына килтереп тотторған. Банкноталарҙың номерҙарын күсереп яҙып алғас, мут бисә аҡсаны кире хужабикәгә биргән һәм... муҡсаның ҡайҙа һаҡланғанын белгән. Ә артабан билдәле инде: аралашыуға һыуһаған ҡатындарҙы хәбәргә әүрәтеп, өйҙәрендә байтаҡ ҡына ултырып, аҡсаларҙы, ҡиммәтле биҙәүестәрҙе шымтанлап кеҫәһенә күсергән. Бер ҡатындың 95000 һум аҡсаһын, икенсеһенең 135 000 һум аҡсаһын һәм 45 150 һумлыҡ алтын биҙәүестәрен шулайтып урлаған. Әлдә хоҡуҡ һаҡлау органдары был мут бисәне тотоп, СИЗО-ға ултыртып ҡуйған, юғиһә, пенсионерҙарыбыҙҙы тамам йотатыр ине. Ике айға яҡын СИЗО-ла ултырған бурбисәне суд шартлы 1,5 йылға һәм 2 йыл тикшереү осорона хөкөм итә. Ни өсөн хөкөм шундай йомшаҡ, тиһәгеҙ, әйтәбеҙ: сөнки уның ике бәлиғ булмаған балаһы бар, зыянды тулыһынса ҡаплаған, тәфтиш эшендә ярҙам иткән. Ләкин ҡабаттан еңел кәсепкә тотонмаҫ, тип, бер кем дә гарантия бирмәй шул...



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Емерек күпер арҡаһында балалар бата яҙған

Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт


Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә


Донъялағы иң шәп дәүләт сайты беҙҙә!

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Донъялағы иң шәп дәүләт сайты беҙҙә!


Эшһеҙ ҡалып, ипотека бурысын түләй алмаһағыҙ

Башҡортса һөйләшеү бөгөн модаламы?

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортса һөйләшеү бөгөн модаламы?


Ҡатын-ҡыҙҙарға – квота

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡатын-ҡыҙҙарға – квота


“Ерләү эше тураһында” яңы закон сыға.

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы “Ерләү эше тураһында” яңы закон сыға.


Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!


Эвакуаторҙан тапалған

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эвакуаторҙан тапалған


Мортаза Рәхимовтың бронялы "Мерседесы" кәрәкмәйме?

Әүлиә шишмәһендә һыу сыҡҡанмы икән?

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әүлиә шишмәһендә һыу сыҡҡанмы икән?