RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыҙын ирҙәр күмәкләшеп көсләй яҙған

05.04.2019 Ҡыҙын ирҙәр күмәкләшеп көсләй яҙған

Был хәл ошо көндәрҙә Өфөлә теркәлгән.

Баймаҡ районында йәшәгән 31 йәшлек егет полиция бүлегенә килгән һәм ҡыҙымды ике ир көсләргә маташа тип хәбәр иткән. Ғариза биреүсе менән һөйгәне ике ир менән яңы ғына танышҡан булған. Улар табын ҡорған, аҙаҡтан эсеп алған егеттәр, фатир хужаһын ҡыуып сығарған һәм ҡыҙҙы туҡмап, тәненә ынтылған.

Дежурҙа булған хоҡуҡ һаҡлаусылар ирҙең артынан ашыҡҡан. Енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәре иҫеректәрҙең берәүен ҡулға алған. Икенсеһе эксперт-криминал подразделениеһы хеҙмәткәре, полиция лейтенанты Марат Бикмәтовҡа бысаҡ менән янай башлаған. Офицер баҙап ҡалмаған, үҙ-үҙен һаҡлау алымын ҡулланып, ирҙең ҡулынан бысаҡты бәреп төшөргән һәм ҡулдарын бығаулаған.

Енәйәт яһауҙа ғәйепләнеп ҡулға алынған Өфө егеттәренең берәүһенә 30, икенсеһенә 33 йәш. Уларҙы көсләргә маташыуҙа ғәйепләп, Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһенә тапшырғандар. Егеттәрҙең берәүһенә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәренә ҡорал менән һөжүм итеү статьяһы ла өҫтәләсәк.

Республиканың эске эштәр министры, полицияның генерал-лейтенанты Роман Деев полиция лейтенанты Марат Бикмәтовты үҙ вазифаһын профессиональ башҡарғаны өсөн бүләкләргә ҡарар ҡылған.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Емерек күпер арҡаһында балалар бата яҙған

Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт


Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә


Донъялағы иң шәп дәүләт сайты беҙҙә!

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Донъялағы иң шәп дәүләт сайты беҙҙә!


Эшһеҙ ҡалып, ипотека бурысын түләй алмаһағыҙ

Башҡортса һөйләшеү бөгөн модаламы?

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортса һөйләшеү бөгөн модаламы?


Ҡатын-ҡыҙҙарға – квота

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡатын-ҡыҙҙарға – квота


“Ерләү эше тураһында” яңы закон сыға.

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы “Ерләү эше тураһында” яңы закон сыға.


Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!


Эвакуаторҙан тапалған

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эвакуаторҙан тапалған


Мортаза Рәхимовтың бронялы "Мерседесы" кәрәкмәйме?

Әүлиә шишмәһендә һыу сыҡҡанмы икән?

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әүлиә шишмәһендә һыу сыҡҡанмы икән?