RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ғалимдар Шүлгән мәмерйәһендә табылған бала башы һөйәген өйрәнә

05.04.2019 Ғалимдар Шүлгән мәмерйәһендә табылған бала башы һөйәген өйрәнә

Яңыраҡ Сибай ҡалаһының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина Өфөлә Башҡортостан Республикаһының күсмәй торған милли мираҫын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә директор Д.А. Ғәйнуллин һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенә ҡараған Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре В.Г. Котов менән осрашты.

Альбина Зөфәр ҡыҙы ғалимдарға музей фондында һаҡланған ғәжәйеп табылдыҡты - кеше башы һөйәгенең ике өлөшөн тапшырҙы. Уны 1995 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһенең Көмбәҙле залында Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Рәмил Фәрит улы Муллағолов тапҡан. Ул үҙенең уҡыусылары менән мәмерйәнең уртансы ҡатында экскурсия мәлендә, Көмбәҙле залдан көнбайыш стенаға илткән тәпәш урында соҡорҙа алты һөйәккә юлыҡҡан булған. Уларҙың араһында кешенең аҫҡы яңағы, соңҡа ҡапҡасы һәм өҫкө яңаҡтың уң өлөшө табылған. Был артефакттар Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығына тапшырылған, унан һуң соңҡа ҡапҡасы һәм өҫкө яңаҡтың уң өлөшө музейға килеп эләккән.




Был табылдыҡтарҙы антрополог А.И. Нечвалода (ИИЯЛ УФИЦ РАН) өйрәнгән һәм соңҡа һәм яңаҡ һөйәктәренең бер кешенең - 6-7 йәшлек балағаныҡы икәнен асыҡлаған. Һөйәктәрҙең йәше быға тиклем В.Г. Котов шул уҡ залда тапҡан кеше ҡалдыҡтары менән бер һәм шунда ятҡан керамика өлөштәре йәше менән бер - ҡула быуат аҙағына, беҙҙеңсә 3 мең йыл элек ваҡытҡа тура килә.

Шулай итеп, музей ғилми учреждениелар менән эшләй, ғалимдар археологик табылдыҡтарҙы өйрәнеүен дауам итә.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Флорида ҡораллана...

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Флорида ҡораллана...


Клон. 251-се серия? Лео урынына - ағас?

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Клон. 251-се серия? Лео урынына - ағас?


Министр китте

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Министр китте


Юха Метсола " Салауат Юлаев" клубында ҡаласаҡ

Георгий таҫмалары таратыла башланы

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Георгий таҫмалары таратыла башланы


Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы орган

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы орган


Маринаның "Мәҙинә"гә ҡаршы көрәше

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Маринаның "Мәҙинә"гә ҡаршы көрәше


Иң бай "оперҙар" ҡайҙа? Беҙҙә!

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иң бай "оперҙар" ҡайҙа? Беҙҙә!


Рәсәйҙән Мысыр курорттарына чартер рейстар асырға уйлайҙар

Бәхил бул, Рауил Бикбай!

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бәхил бул, Рауил Бикбай!


Йылытты, йылытты, ҡапыл һыуытасаҡ!

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йылытты, йылытты, ҡапыл һыуытасаҡ!


Бөгөндән балыҡ тоторға ярамай! Юғиһә штраф!