RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бутлегерҙар һаман бойһонмай

04.04.2019 Бутлегерҙар һаман бойһонмай

Республикала эскелеккә ҡаршы көрәш ысулдары тәҡдим ителә. Мәҫәлән, Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов, легаль булмаған алкоголь һатыусылар хаҡында мәғлүмәт өсөн үҙенең “ватсап” номерын биргән. Эскелек таратыусыларҙы үҙем контролдә тотасаҡмын, тип вәғәҙәләй етәксе.


Әбйәлил районына яңы хужа тәғәйенләнгәс, иң тәүҙә ауылдарҙың алкоголь һаҙлығына батып барыуына ҡаршы ҡаты саралар күрә башланы. Район легаль булмаған иҫерткес эсемлек һатыусыларға ҡаршы ойошторолған рейдтарҙан шаулап торҙо. Тик ундай сараларҙы көн дә ойоштороп булмай – язанан бер ниндәй ҙә фәһем алмаусылар, “дауыл” тынғас, яңынан өйрәнгән шөғөлөнә тотондо. Мәҫәлән, бер ауылда урындағы магазин тотоусы ир эскеселәрҙең банк картаһын йыйып алған. “Ирле - ҡатынлы пенсионерҙар Р.-ға икеһенең дә картаһын биреп ҡуйған. Пенсия күскәс, магазин хужаһы өй буйлап йәшникләп суррогат араҡы таратып сыға. Сөнки уға картаһын “ышанып” тапшырған клиенттар етерлек. Ҡомһоҙлоҡтоң сигенә сыҡҡан был ир тамаҡ сылатырға яратыусыларҙы ошо рәүештә даими һатып алыусыһына әйләндергән, карталарын хатта ҡулдарына ла тоттормай! Ғөмүмән, ауылыбыҙҙа барлыҡ магазинда Ҡаҙағстанда етештерелгән йәки легаль булмаған араҡы һаталар”, — тип һөйләне танышым. Әйткәндәй, “кәпәс”тәрҙе яңыса һүҙ менән бутлегер тип атайбыҙ. Бутлегер бизнесы — инглиз теленән аҫтан спиртлы эсемлек һатыусы тип тәржемә ителә.

Ҡоро оран һалыу етмәй, штраф ярҙам итмәй, артабан ни эшләргә? Нисек итеп араҡы менән сауҙа итеүҙе килемһеҙ табышҡа әйләндерергә? Бөтә ауыл менән бутлегерҙың йортон баҫып барып талап итергәме? Бөгөн республикала райондар һәм ҡалаларҙа сходтар үткәреү графигы төҙөлгән — был һорауға яуапты әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтеп сходтарҙа күмәкләп эҙләйек!




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне