RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әбей "ПДД"-ны 98 тапҡыр боҙған

04.04.2019 Әбей "ПДД"-ны 98 тапҡыр боҙған

Ауырғазы районында йәшәгән бер инәй юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен 98 (!) тапҡыр боҙған. Машина менән тыйылған урында туҡтаған, тиҙлек арттырған, ике тоташ һыҙатты үтеп боролған, махсус транспортты үткәрмәгән - бер "лихач" әбей булып сыҡҡан.

Шаяртабыҙ тип уйламағыҙ. Беҙ шаярта ла алабыҙ, тик суд приставтары уйынлы-ысынлыны аңламай. Улар "һеҙ 50 мең һумлыҡ штрафтар түләргә тейеш" тип әбейгә ҡарата 89 башҡарыу эше асҡан. Документтарға ҡарағанда, әбей Мәскәүҙә "лихачить" иткән.

Аҙаҡтан ғына шуныһы асыҡланған: илебеҙҙең баш ҡалаһында инәйҙең ейәне йәшәй. Ул машинаһын өләсәһе исеменә теркәгән булған, шуға ла бар штрафтары Ауырғазы районына киткән.

Приставтар әбейҙе һәм ейәнен бурыстарын түләмәүселәргә ҡарата ҡулланылған санкциялар барлығы тураһында киҫәткән. Һөҙөмтәлә ир штрафтарҙы түләгән.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Флорида ҡораллана...

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Флорида ҡораллана...


Клон. 251-се серия? Лео урынына - ағас?

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Клон. 251-се серия? Лео урынына - ағас?


Министр китте

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Министр китте


Юха Метсола " Салауат Юлаев" клубында ҡаласаҡ

Георгий таҫмалары таратыла башланы

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Георгий таҫмалары таратыла башланы


Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы орган

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы орган


Маринаның "Мәҙинә"гә ҡаршы көрәше

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Маринаның "Мәҙинә"гә ҡаршы көрәше


Иң бай "оперҙар" ҡайҙа? Беҙҙә!

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иң бай "оперҙар" ҡайҙа? Беҙҙә!


Рәсәйҙән Мысыр курорттарына чартер рейстар асырға уйлайҙар

Бәхил бул, Рауил Бикбай!

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бәхил бул, Рауил Бикбай!


Йылытты, йылытты, ҡапыл һыуытасаҡ!

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йылытты, йылытты, ҡапыл һыуытасаҡ!


Бөгөндән балыҡ тоторға ярамай! Юғиһә штраф!