RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйҙең Кемерово өлкәһе юҡҡа сығырмы?

02.04.2019 Рәсәйҙең Кемерово өлкәһе юҡҡа сығырмы?

Сиратта тағы ҡайһы төбәк? Уйй, хәүефле булып китте. Ә баҡһаң...
РФ Президенты Владимир Путин указы менән Конституцияның 65-се статьяһының 1-се бүлегенә төҙәтмә индереләсәк. Унда Кемерово өлкәһен Кузбасс тип өҫтәп яҙыу ҡарала.

Өлкәнең губернаторы Сергей Цивилев төбәкте башҡаса атарға былтыр уҡ тәҡдим иткәйне. Былай ҙа Кемерово өлкәһен Кузбасс тип йөрөтәләр. Һорашыуҙар күрһәтеүенсә, халыҡтың 80 проценты Кузбасты ла рәсми термин итеп күргеһе килә. Был атама 1842 йылда Кузнецк ташкүмер бассейны сиктәрен билдәләнгәс (Петр Лихачев тикшеренеүҙәре буйынса), әйләнешкә инеп киткән.

Бәй, халыҡ теләгәс ни, әйҙә, Кузбасс тек Кузбасс. Шулай итеп, хәҙер өлкә ҡуш атамалы – Кемерово өлкәһе – Кузбасс.
Хәс тә беҙҙең Башҡортостан – Башкирия кеүек, эйеме? Телдәре әйләнмәгәндәр тәүгеһен әйтә алмай, хәҙер күбеһенсә ҡыҫҡартылған атамаһы йөрөй бит.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: wikipedia.org




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бруталь ир-егет бармы арағыҙҙа?

18.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бруталь ир-егет бармы арағыҙҙа?


Бына һиңә: наркомандарҙың да “праваһы” булған!

Айғырға – 411 һум 60 тин

18.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Айғырға – 411 һум 60 тин


Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар. “Илағандар” үҙенә кәрәген ала!

“Мир” картаһын ал да...

18.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы “Мир” картаһын ал да...


Лилиә Рәсүлеваның "Күңелемдә моңло яҙ"концертына Флүрә Йәғәфәрова барасаҡ!

Баш ҡала халҡы, өшөшмө?

18.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Баш ҡала халҡы, өшөшмө?


Рәхәт йәшәмәгеҙ әле, тине, шикелле, талпандар, быйыл йоҡонан иртәрәк уянып...

Көндәшен үлтерергә теләгән

18.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Көндәшен үлтерергә теләгән


Өсөнсө бала табығыҙ һәм ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум алығыҙ!

Ҡатынды урлағандар…

18.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡатынды урлағандар…


Кино ҡарарға һәм китап алырға барғанда паспорт онотмағыҙ