RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мышы тапатҡан өсөн – 80 мең һум

02.04.2019 Мышы тапатҡан өсөн – 80 мең һум

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса министрлығы Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең «Дикие животные» 1.27 иҫкәртеүсе тамғаһы зонаһында мышы тапатҡан осраҡта тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн 80 мең һум күләмендә штраф һалына тип белдерә. Быға тағын 500 һумлыҡ административ штраф та өҫтәлә. Мышы түшкәһен һалып алып китеү кәңәш ителмәй - әгәр ҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар тотһа, законһыҙ һунар иткәнһегеҙ тип бәйләнеүҙәре бар. Бының өсөн 200 мең һумлыҡ штраф ҡаралған, йәки алты айғаса арест ихтимал.

Ғәҙәттә ҡыр йәнлектәрен май-июнь айҙарында кис эңер төшкәс һәм төндә тапаталар. Күбеһенсә тәгәрмәс аҫтына мышы һәм ҡоралайҙар барып эләгә. 2016 йылда ҡырағай кейек-маҙар арҡаһында 38 авария теркәлгән, 2017 йылда – 22, былтыр – 45. Әле йыл башынан 8 тапатыу осрағы билдәле. Был юҫыҡта Өфө, Дүртөйлө, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Кушнарен райондары хәүефле.

Йәнлектәрҙе тапатҡандан һуң тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн ярайһы ғына аҡса түләтәсәктәр. Ҡабан өсөн 30 мең һум, бүре һәм төлкөгә - 200 һум, бурһыҡҡа – 12 мең, айыуға – 60 мең, ҡуянға – 1 мең һум күләмендә штраф тура килә. Капот, ҡанат, алғы тәҙрәне йүнәтеү, алмаштырыу өсөн дә күп аҡса китәсәк. Шуға күрә лә мөмкинлек булғанда юлға көндөҙ сығырға тырышығыҙ, төндә йөрөмәгеҙ. Шәп ҡыумағыҙ, юлдың ике яғына күҙ һалып барығыҙ, шырлыҡ, ағас баҫҡан урындарҙы үткәндә яйлағыҙ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Емерек күпер арҡаһында балалар бата яҙған

Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт


Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә


Донъялағы иң шәп дәүләт сайты беҙҙә!

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Донъялағы иң шәп дәүләт сайты беҙҙә!


Эшһеҙ ҡалып, ипотека бурысын түләй алмаһағыҙ

Башҡортса һөйләшеү бөгөн модаламы?

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортса һөйләшеү бөгөн модаламы?


Ҡатын-ҡыҙҙарға – квота

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡатын-ҡыҙҙарға – квота


“Ерләү эше тураһында” яңы закон сыға.

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы “Ерләү эше тураһында” яңы закон сыға.


Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!


Эвакуаторҙан тапалған

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эвакуаторҙан тапалған


Мортаза Рәхимовтың бронялы "Мерседесы" кәрәкмәйме?

Әүлиә шишмәһендә һыу сыҡҡанмы икән?

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әүлиә шишмәһендә һыу сыҡҡанмы икән?