RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров райондарға десант ебәрә

01.04.2019 Радий Хәбиров райондарға десант ебәрә

“Показуха” өсөн түгел, ә эшҡыуарҙарға ысын ярҙам һәм булышлыҡ итеү йөҙөнән ойошторолорға тейеш был сара.

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә район һәм ҡалаларҙа үтә башлаған “Инвестиция сәғәте” тураһында һүҙ барҙы.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова төбәктәрҙә эштең нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне һәм район-ҡала башлыҡтарына бер нисә кәңәшен еткерҙе.

Беренсенән, район эшҡыуарҙарын бөтәһен бер юлы саҡырмаҫҡа. Был махсус сәғәтте һуҙа. Бәлки, айырым һөйләшер өсөн минутлап тәғәйен ваҡыт билдәләргәлер. Икенсенән, “Инвестиция сәғәте” – партнерҙарса һөйләшеү. Ә эшҡыуарҙан имтихан алыу түгел. Шулай уҡ унда президиумда ла теҙелеп ултырыу килешмәҫ. Был – тиңдәр араһында диалог.

Әйткәндәй, республиканың барлыҡ районында был проект 28 мартта тормошҡа ашырыла башланы. Унда дөйөм суммаһы 7,4 миллиард һумға торошло 131 инвестиция тәҡдиме һәм эшҡыуарлыҡ инициативаһы ҡаралған.

“Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы” эшләнгән. Кемде ҡыҙыҡһындыра инегеҙ, һорауҙарығыҙға яуап эҙләгеҙ, файҙаланығыҙ.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был сәғәтте “Эшҡыуарҙар сәғәте” тип атау тәҡдимен хупланы.
– Һәр “Инвестиция сәғәте” аҙағынан эшҡыуарҙар күтәргән мәсьәләне хәл итеүҙең аныҡ ваҡыты күрһәтелгән протокол төҙөлөргә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ҡарарҙарҙы етди контролләргә ҡушты. Ошо арала баш ҡаланан райондарға өйрәтергә, тәжрибә уртаҡлашырға белгестәр десанты юллана.

Тағы шуныһы: төбәктәрҙә хакимиәттең тап ошо сәғәттәр өсөн яуаплы кешеһе булырға тейеш.




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне