RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Инцидент" нимәне хәл иткән?

19.03.2019 "Инцидент" нимәне хәл иткән?

«Инцидент-менеджмент» системаһына халыҡтан күп мөрәжәғәттәр килә һәм уларға тиҙ арала яуап бирелә. Күп мәсьәләләр шунда уҡ оператив хәл ителә.


***

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа Өфөлә йәшәүсе бер төркөм пенсионерҙан Черниковка биҫтәһендәге « Табын» баҙарын ябыуға ҡаршы дәғүә белдергән хат килгән.
« Беҙ, Вострецов урамындағы 12,14, -се, Орджоникидзе урамындағы 20/1 ,22-се йорттарҙа йәшәүселәр, « Табын» баҙарын ябыуға ризаһыҙлығыбыҙҙы белдерәбеҙ. Бында беҙгә тауар һатып алыу уңайлы. Аҙыҡ -түлек башҡа урындарға ҡарағанда, осһоҙ, яңы килтерелгән була. Һатыусылар ҙа пенсия алғансы үтескә биреп тора. Тауар һатып алғанда ла алдашмайҙар», - тип яҙа улар.
Хатҡа Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт- аналитика бүлеге начальнигы Вера Пояркова:
«Был баҙарҙы, ер участкаһына аренда килешеүе ваҡыты сығыуы сәбәпле, һүтеү планлаштырыла. Сауҙа итеү урыны заманса шарттарға яуап бирмәй: киосктар һәм павильондар тейешле кимәлдә түгел– быяла урынына фанера ҡуйылған, аҙыҡ - түлек тәүлек әйләнәһенә санитар нормаларға ярашлы һатылмай. « Табын» сауҙа комплексы эшҡыуарҙары йәрминкә майҙансығында буласаҡ яңы комплекста һатыу итә ала. Яңы фермер баҙарын Машина төҙөүселәр урамы менән Интернациональ урамдары киҫелешендә урынлаштырыу күҙаллана. 1000 квадрат метрлы майҙанда йәшелсә, ит, бакалея зоналары буласаҡ», - тип яуап биргән.

***

Өфөлә урамдарҙа ямғыр һәм ҡар һыуҙарын ағыҙыусы урындар, яуым- төшөм күп булғанда, һыуҙарҙы ағыҙып өлгөрә алмай. Яҙғыһын улар сүп- сар менән тығылып, йәки боҙ туңып , һыу йыйып ята. Өфөнән Илшат Ғафаров, Блюхер урамындағы 3/1 һанлы йорт алдында урамдағы һыуҙы ағыҙып тороуы канализация тығылып, ишек алды ҙур күләүеккә әйләнеүенә зарлана. «Мөрәжәғәтте ҡабул иткән 28-се Торлаҡ- коммуналь идаралығы хеҙмәткәрҙәре һыу ағыҙыусы коллекторҙы барып таҙартты. Әгәр ҙә тағы ла тығын булһа, идаралыҡтың тәүлек әйләнәһенә эшләгән оператив дежур хеҙмәтенә шылтыратыуҙы һорайбыҙ», - тип яуап биргән Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин.

***

Дәүләкәндән Оксана Иванова – Антипованы ҡаланың ДОС туҡталышы артындағы шишмә эргәһендә фонарҙың ваҡыты- ваҡыты менән янмауы борсой. « Бер көн янһа, дүрт көн яндырмайҙар. Халыҡ эштән һуң һыу алырға килә. Ҡараңғыла бер нәмә лә күренмәй», - тип яҙа ул.
Дәүләкән ҡалаһы хакимиәтенең ҡаланы төҙөкләндереү буйынса баш белгесе Игорь Липовтың белдереүенсә, фонарь төҙөк булмаған һәм 13 мартта уны эшләп ҡуйғандар. Урамдағы төҙөк булмаған яҡтыртҡыстар буйынса ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кәрәкһә ипотекаңды каникулға оҙат!

23.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кәрәкһә ипотекаңды каникулға оҙат!


Ҡарсыҡты талағандар

23.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡарсыҡты талағандар


Талпан, Өфөнән кит!

23.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Талпан, Өфөнән кит!


Кәрәкмәгән телевизорың булһа - төрмәгә тапшыр

Һөжүмсе Максим Рыбин китте

23.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һөжүмсе Максим Рыбин китте


Хәлил ауылында әүҙем, өлгөр балалар йәшәй!

Кескәй Мәликәнең шатлығы

23.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кескәй Мәликәнең шатлығы


Яҙғы сәсеү - 2019: ялдарҙа 20 мең га ярауайҙар сәселгән

170 мең һумлыҡ һабаҡ

23.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 170 мең һумлыҡ һабаҡ


Cиреналар ҡысҡырасаҡ. Нишләргә?

22.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Cиреналар ҡысҡырасаҡ. Нишләргә?


Нефтекама түрәләре 1 миллион һум аҡса урлаған

Һарыҡ хужаһы ниңә иланы?

22.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һарыҡ хужаһы ниңә иланы?