RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Темәс тураһында энциклопедия әҙерләнә

15.03.2019 Темәс тураһында энциклопедия әҙерләнә

Дәүләтселегебеҙҙе төҙөүҙә ҙур роль уйнаған Темәс ауылының данлы, шанлы тарихы бар. Тап ошо ерҙә Башҡорт автономияһы тураһында хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән, милләтебеҙ зыялылары халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә ҙур эштәр алып барған.

Бәрәкәтле Баймаҡ ере бөгөн дә Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Шәһит Хоҙайбирҙин, Муса Мортазин, Юныс Бикбов һәм халҡыбыҙҙың башҡа аҫыл ир-егеттәренең эҙҙәрен һаҡлай, һәм бында уларҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән бихисап эш башҡарыла.

Шундай ғәмәлдәрҙең береһе – Темәс ауылының энциклопедияһы донъя күрәсәк. Йыйынтыҡ “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә әҙерләнә.

Ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова әйтеүенсә, темәстәрҙә бындай хеҙмәт төҙөү теләге биш йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән. Урындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре башланғысты хуплап, тәүге яҙмаларҙы йыйып туплай. Артабан был эшкә ауыл халҡы йәлеп ителә, ололар, уҡыусылар, мәктәп коллективы ярҙам итә. Һәр кем ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт таба, хәтер ебе тағатыла.

Ғөмүмән, энциклопедияны әҙерләү эше Темәс ауылында йәшәүселәрҙең дөйөм көсө менән атҡарыла.

– Ошо изге башланғысты хуплап, уның тормошҡа ашыуына булышлыҡ иткән һәр кемгә рәхмәт, – ти Айгөл Байрамғолова. – Бигерәк тә Темәстә тыуып үҫеп, әле төрлө төбәктәрҙә эшләгән һәм йәшәгән ауылдаштарҙың йөҙәр мең һумлап матди ярҙам күрһәтеүенә, урындағы йүнселдәрҙең булышлығына ҙур рәхмәтлебеҙ. Бындай хәстәрлек булмаһа, ҙур сумма талап иткән йыйынтыҡты баҫтырып сығара алмаҫ инек. Ошондай берҙәмлек, илһөйәрлек арҡаһында ауылыбыҙ тарихы киләсәк быуындарға еткерелер, Темәс бар донъяла танылыр.

Урындағы урта мәктәптең тарих уҡытыусыһы Юлай Мусин – мәғлүмәт туплаусыларҙың береһе.

“Материалдарҙы йыйыуға илленән ашыу кеше йәлеп ителде. Һәр беребеҙ айырым тема буйынса эшләнек, – ти ул. – Кемдер тарихи шәхестәрҙе өйрәнһә, икенселәр ер-һыу атамаларын йыйҙы, бәғзеләр ауылдың арҙаҡлы кешеләрен барланы. Бер кемде лә, бер тарихи ваҡиғаны ла ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ. Ғәйәт ҙур мәғлүмәт тупланды, архив материалдары өйрәнелде. Эшкә мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителде. Улар бигерәк тә ауыл тарихын өйрәнеүҙә теләп ҡатнашты, төйәге өсөн ғорурланды. Был, әлбиттә, күңелдәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итте”.

Энциклопедияла Темәс ауылының үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған тарихи фотолар ҙа урын аласаҡ.

Тотош дәүерҙе үҙ эсенә йыйған китап темәстәрҙә генә түгел, ә илен, тарихын, халҡын хөрмәт иткән һәр башҡорт ғаиләһендә урын алыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.



Автор: К. Ишбулдина
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Тел буйынса грантҡа 196 проект дәғүә итә

20.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тел буйынса грантҡа 196 проект дәғүә итә


300 мең һум сиратта торғандарға күсерелә башлаясаҡ

Радий Хабиров поздравил воспитанников республиканского детского дома №1 с днем счастья

"Салауат Юлаев" Радий Хәбировтың тыуған көнөнә бүләк яһармы?

Яман шеште диагнозлаған табипҡа  премия түләнәсәк

Юғары стипендияға кем лайыҡ булыр?

20.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юғары стипендияға кем лайыҡ булыр?


"Арғымаҡ" төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанынан еңеү менән ҡайтты

Мортаза Рәхимов Радий Хәбировты юбилейы менән ҡотланы

Малайҙың ҡулы батареяға ҡыҫылған - ҡотҡарыусылар ҡотҡарған

"Ҡош юлы" быйыл Радий Хәбировтың тыуған яғынан үтә

Милли йәштәр театры "Тылсымлы тирмән"е менән гастролдәрҙә!

Юбилейығыҙ менән, Радий Фәрит улы!

20.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юбилейығыҙ менән, Радий Фәрит улы!