RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республикабыҙҙың байрамын бергәләп билдәләйек

18.03.2019 Республикабыҙҙың байрамын бергәләп билдәләйек

Быйылғы март – беҙҙең республика өсөн айырым әһәмиәткә эйә ай.
Был яҙҙың ярһып килеүенә генә бәйле түгел. Рәсәйҙәге тәүге автономиялы республика бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!


“Юлдаш” радиоһында ошо ваҡиғаға бәйле кәйеф йыл башынан һиҙелде. Сөнки респуб­ликабыҙ тарихына, йәшәйешенә, тарихи шәхестәренә арналған сығарылыштар бер-бер артлы донъя күрә башланы. Улар араһында “Аҡлы-ҡаралы юлдар”, “Беренсе республика. Асыштар. Ваҡиғалар”, “Заман заңы – йырҙарҙа”, “Тыуған илкәйемде данлайым” исемле ҡыҫҡа рубрикалар, Мәскәү архивтары документтарына таянып эшләнгән “Йөҙ ҙә бер тарих” исемле репортаж форматында ҙур тапшырыу, аҙна һайын бер сығарылышын темаға махсус яраҡлаштырған “Асыҡ студия”, “Бәйләнештә” селтәрендәге махсус биттә шиғри бәйге, эфирҙа ғәзиз Ватаныбыҙға арналған иншалар конкурсы һ.б. Республика башлығы грантына сығарылған “Тыуған илкәйемде данлайым” исемле аудиокитаптың исем туйы ла 1 мартта үтеп, артабан беҙҙең радиола уҙасаҡ төрлө сараны башлап ебәрҙе. Уларҙың иң яуаплыһы – 20 мартта уҙасаҡ радиомарафон. Иртәнге сәғәт 7-нән киске 7-гә тиклем “Юлдаш” радиоһында Башҡортостанға бәйле, уның данын күтәргән, эше һәм һүҙе менән мәртәбәһен арттырған шәхестәр, мөһим ваҡиғалар, асыштар тураһында бәйән итеп, ҡунаҡтар саҡырып, бүләктәр таратып, уйындар уйнатып, был көндө үҙебеҙсә тарихҡа теркәргә ниәтләнгәнбеҙ.

“Йәшлек” уҡыусыларын, беҙ­ҙең тыңлаусыларыбыҙҙы был көндө беҙҙең менән бергә байрамса уҙғарырға саҡырабыҙ. Ил­һөйәрлек төшөнсәһен әллә ҡайҙан эҙләргә кәрәкмәй. Ул, йырҙағыса, ҡулыңдағы «Әлиф­ба»нан, йорт алдындағы йәшел үләндән, әсәй тәрбиәһенән, таҙартылған шишмәнән, шулай уҡ “Юлдаш”та әйтелгән йылы һүҙҙән дә башлана.

Тыуған республикабыҙҙы бергәләп ҡотлайыҡ!




Автор: М. ҒӘЛИЕВА
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне