RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡышын юлды ҡар баҫа, ә йәйен – соҡор

11.03.2019 Ҡышын юлды ҡар баҫа, ә йәйен – соҡор

Эй-й, беҙҙең юлдарҙың төрлөлөгө! Ул асфальты, ул соҡоро, ул машинаһы, ул юлһыҙлығы, тигәндәй. Мәңгелек тема бит ул – юлдарыбыҙҙың торошо.

Әлеге ваҡытта ҡар итеп бөтһә, ҡайһы юлда ниндәй ремонт талап ителгәнлеге күренә. Күренә генәме ни! Машинаң соҡорға лап итеп төшһә, матур һүҙҙәреңде бер ҙә йәлләп тормайһың. Шулай итеп, юл соҡорҙарын ремонтлау (ямочный ремонт) мәле етә, йәмәғәт. Ә соҡорҙар һәр ваҡыт мул була.

Әйткәндәй, соҡорҙо беҙҙә “һалҡын асфальт” менән ҡыш та ямайҙар. Ә эҫе материал менән ямау өсөн 15 апрелде көтөргә кәрәк. Һауа торошона бәйле был. Муниципаль-ара, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа ремонт эштәрен 15 июнгә тиклем тамамлау күҙаллана.

Әле һалҡын ысул менән һалыр өсөн асфальт-бетон ҡатнашмаһы етерлек. Эҫе асфальт-бетон етештереү өсөн 15 апрелгә тиклем 26 завод булдырылырға тейеш. Ошо йомала Ҡырмыҫҡалы районында юл соҡорҙарын ремонтлау буйынса мәсьәләләр ҡаралған күсмә семинар үтәсәк.
Соҡорҙарҙы ямауға бәйле ил төбәктәренең яҡшы тәжрибәһен өйрәнеү дауам итә, интерактив карта төҙөлә. Һанаулы көндәрҙә ул әҙер булырға тейеш. БР Юл хужалығы идаралығының рәсми сайтында насар юлдарҙы күрһәтеп, фото ла һалырға мөмкин буласаҡ. Картаның мобиль ҡушымтаһы эшләнәсәк. Уның 1 апрелгә әҙер булыуы шарт. Республика етәксеһе Радий Хәбиров шундай бурыс ҡуйҙы. Уның был күрһәтмәһе үтәлмәгән хәлдә яуаплыларға ҡарата етди сара күреләсәк. Әле әҙерлек насар, тине Башлыҡ. Әгәр ҙә миңә бының киреһен иҫбатлаһағыҙ, мин һеҙҙең алда ғәфү үтенәсәкмен, тип тә өҫтәне.

– Юл һәм соҡорҙар – сәйәси бурыс, – тине Радий Хәбиров.




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне