RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яһалма интеллект тәүге тапҡыр башҡортса шиғыр яҙған

25.02.2019 Яһалма интеллект тәүге тапҡыр башҡортса шиғыр яҙған

Юғары иҡтисад мәктәбе Милли тикшеренеү университетының Лингвистика мәктәбе доценты, Башҡортостанда тыуып үҫкән Борис Орехов башҡортса шиғыр яҙған нейроселтәр булдырған.


— Төп материал — XX быуаттағы 100 башҡорт шағирының цифрлаштырылған шиғри әҫәрҙәре. Мин өс ҡатлаулы яһалма нейроселтәр булдырҙым һәм уны өйрәттем, йәғни шиғырҙарҙа хәрефтәрҙең бер-береһе артынан килеү ихтималлығын иҫәпләнем. Оператив хәтере 30 Гб тәшкил иткән ҡеүәтле компьютерҙа иҫәпләү процесы 40 тәүлектән ашыу ваҡытты алды. Ошо селтәрҙә яҙылған бөтә шиғырҙар — Нейрошағир тигән виртуаль авторҙыҡы», — тип һөйләй Орехов.

Ғалимдың Нейрошағир тураһында ентекле мәҡәләһе «Ватандаш» журналының февраль һанында баҫылған. Ҡыҙыҡһыныусылар уны айҙың һуңғы көндәрендә уҡып сыға ала.

— Шағирҙарыбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙ мәҡәләне ыңғай ҡабул итмәҫ, был уларға оҡшамаҫ, моғайын, сөнки ул ғәҙәти булмаған шиғыр. Роботтар шиғыр, музыка һәм хатта яңылыҡтар яҙа, ошо күренеш беҙҙең үксәгә баҫып килә, шуға күрә мәҡәләне һанға бирергә булдым, — тип һөйләне баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева.

Нейроселтәр яҙған шиғырҙар бына шулай яңғырай.

Мин шиғриәт үҙе бит ул ун сал менән

Таң алдымда йомаҡ таратып.

Йәки алты юллыҡ:

Кешелек тауышы

Күктәр башын эйгән бөтә донъяға.

Бер көн һайын йәндәр йыраҡ булды,

Тауҙар аша йөрөй балалар.

Бер йыр булып күктә йәшәр быуын,

Тик бер таңда алыҫ ергә талпынды.

Был — нейроселтәрҙәр шиғыр яҙған тәүге тәжрибә түгел. Бынан алда «Яндекс» ошондай сервис менән таныштырғайны, ләкин уның машинаһы русса ғына шиғырҙар яҙа. Был Рәсәй биләмәһендә, рус теленән тыш, башҡорт, шулай уҡ башҡа телдәр өсөн тәүге тәжрибә.




Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне