RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды

15.02.2019 Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды

Беҙҙә башҡаларға ҡарағанда йылдамыраҡ үҫеүсе ҡалалар һаны артасаҡ. ТОР, йәғни “территория опережающего развития”, тигән проект бар бит. Тап шуның буйынса республиканың өс ҡалаһы үҫтереләсәк.

Был хаҡта Сочиҙағы инвестиция форумында Рәсәйҙең Премьер-министры Дмитрий Медведев үҙе белдергән. Уның һүҙҙәрен эҫе көйөнсә генә беҙгә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров еткерҙе (Фейсбук аша). ТОР исемлегенә Белорет, Благовещен һәм Нефтекама ҡалалары ла индерелә.

Радий Фәрит улы былай тип яҙған: ”Был – инвестиция йәлеп итер, эшҡыуарлыҡ алып барыр өсөн ябайлаштырылған административ процедуралар, ташламалы һалым. Ябай һәм аңлайышлы итеп әйткәндә, был әлеге ҡалаларға үҙенең үҫешендә иҡтисади һикереш яһар өсөн етди мөмкинлек”.

Бығаса беҙҙә “айырым үҫеүселәр” исемлегендә Күмертау, Бәләбәй, Учалы бар ине. Күмертау менән Бәләбәйҙә, ТОР-биләмә тип, меңдән ашыу эш урыны булдырылған, хаҡы миллиард һумдан ашҡан инвестиция йәлеп ителгән.

2015 йылдан алып Рәсәйҙә туғыҙ ТОР төҙөргә уйлағайнылар. Хәҙер улар һаны арыу уҡ күбәйәсәк. Ил эсендә шундай айырым зоналар булдырыу донъя практикаһы ул. Хатта “ҡытай алымы” тип тә йөрөтәләр. Был биләмәләрҙе үҫтереүҙә ҡатнашыусыларға, йәғни белгес теле менән әйткәндә, резиденттарға түбәндәге льготалар бар:
- Ҡаҙылма байлыҡтар табыуға дүрт йыл буйына һалым булмай.
- Килемгә һалым тәүге биш йылда биш проценттан да артыҡ түгел
- Милеккә, ергә һалымдан бөтөнләй азат итеү ҡарала
- Ирекле таможня
- Инфраструктура объекттарына ҡушылыу ташламалы хаҡҡа
- Ер менән файҙаланыуға айырым тәртип
- Ташламалы ҡуртым ставкалары һ.б.

Әйткәндәй, тиҙҙән илдә бөтәһе (беҙҙең ҡалаларҙы ла иҫәпкә алып) 14 ТОР (ТОСЭР – территория опережающего социально-экономического развития) буласаҡ. Улар ысынлап үҫеп китһә, халыҡ та геүләп шунда күсенер, был ҡалалар үҙәктәрҙәге һымаҡ шаулап сәскә атырмы икән?



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Газға күс тә, 27 мең һум аҡса ал

18.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Газға күс тә, 27 мең һум аҡса ал


Өфөлә кескәйҙәр өсөн тағы бер поликлиника асылды

31 мартта Өфөлә Наурыз байрамы үтәсәк

18.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 31 мартта Өфөлә Наурыз байрамы үтәсәк


"Скорый"ҙан һикергән һәм үлгән

18.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Скорый"ҙан һикергән һәм үлгән


6 апрелдә һабантуй?! Юҡ, шәмбе өмәһе

18.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 6 апрелдә һабантуй?! Юҡ, шәмбе өмәһе


Соҡорҙар менән "эшләүсе" берҙәм программа булдырыла

Нефтекаманы Ратмир Мәүлиев етәкләйәсәк

18.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нефтекаманы Ратмир Мәүлиев етәкләйәсәк


Сибайға ҡайһы берәүҙәр пиар өсөн бара

18.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сибайға ҡайһы берәүҙәр пиар өсөн бара


Район башлығы “Инвестиция сәғәте” өсөн ишеген аса

Сибайҙа «Урал-батыр» эпосын иң оҫта һөйләүселәр билдәләнде

Учалы районының бер ауылында ҡотороҡ карантины иғлан ителде

"Нәкәнис" тә "Ашҡаҙар" FM диапазонға күсте

18.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Нәкәнис" тә "Ашҡаҙар" FM диапазонға күсте