RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Юлдаш»тарҙан теләк – сәләмәт булайыҡ

18.02.2019 «Юлдаш»тарҙан теләк – сәләмәт булайыҡ

Радио тыңлау сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай икән. Күптән түгел ғалимдар ошоно иҫбатлаған. Ул телевидение кеүек кешене көсөргәнешлектә тотмай. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйбеҙ һәм “Юлдаш” тулҡындарында ошо үтә ҡиммәтле төшөнсәгә бәйле, даими яңғырап торған тапшырыу менән таныштырабыҙ.

Сәләмәтлек – ул сынығыу, дөрөҫ туҡланыу, көндәлек режим, яҡшы кәйеф, насар ғәҙәттәрҙе булдырмау һәм, әлбиттә, хәрәкәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр сәләмәтлек тураһында уға хәүеф янағанда иҫенә төшөрә. Ләкин инде был ваҡытта һүҙ сирҙе дауалау тураһында булырға тейеш. Сирен йәшергән – үлгән, тиҙәр. Шуға ла ваҡытында табипҡа барыуҙан тартынмағыҙ. Һаулыҡты һатып алып булмай, уның ҡәҙерен белергә өйрәнергә кәрәк. Бының өсөн организмды бала саҡтан даими һаҡлап, күҙәтеп тороу мөһим. Һәр беребеҙ әүҙем тормош позицияһына эйә булырға, бәхетле тормош өсөн үҙенең һәм яҡын­дарының сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Табип сирҙе дауалай, ә сәләмәтлекте һәр кем үҙе булдыра.
“Сәләмәт булайыҡ” проектында һаулыҡ, матурлыҡ, оҙон ғүмерле булыу ысулдары хаҡында һөй­ләйбеҙ. Тапшырыуҙа табиптар, ғалимдар һәм ябай кешеләр ҡатнаша.
Ниңә табиптарға һуңлап килә­беҙ? Ни өсөн әҙәм балаһы күңел табибына мөрәжәғәт итеүҙән тар­тына? Табиптарға ауырыған-һыҙланған ваҡытта ғына бар­ған кеүек, психологтарға ла кеше күңеле тыныс, донъяһы бөтөн мәлдә мөрәжәғәт итмәй. Ваҡы­тында хәл ителмәгән проблема өҫтөнә икенсеһе өҫтәлә. Ошондай сетерекле саҡтарҙа күңел табиптары – психологтар ярҙамға килә лә инде. Улар менән “Сәләмәт булайыҡ” рубрикаһының киләһе сығарылыштарында һөйләшербеҙ. Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрес­тан һәм хәүефләнеүҙән дарыу төймәһе йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе төрлө ысул менән дә ҡотолорға мөмкин. Күңел бөтөнлөгө, йән тыныслығы кәрәклеген аңлағандар ғына тормоштоң һәр мәленән матурлыҡ, бәрәкәт табып йәшәй. Әгәр инде күңелебеҙ “ауырый” икән, тәнебеҙ ҙә интегә. Шуға ла бар йәһәттән сәләмәт булайыҡ. Һеҙҙән һорауҙар һәм хаттар көтәбеҙ. Тапшырыуҙың архивын беҙҙең рәсми сайтта: uldashfm.ru адресы буйынса тыңларға мөмкин.



Автор: Т. Аманов
Фото: "Юлдаш" радиоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



СНИЛС электрон формала буласаҡ

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы СНИЛС электрон формала буласаҡ


Афарин, Наҙгөл! Артабан да һынатма.

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Афарин, Наҙгөл! Артабан да һынатма.


Һауа торошо

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һауа торошо


Бәшмәктән голубцы

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бәшмәктән голубцы


Беҙҙекеләр еңеүсе!

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Беҙҙекеләр еңеүсе!


Хәйерле юл һеҙгә, артистар!

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хәйерле юл һеҙгә, артистар!


Юл фажиғәләре - 13 октябрь

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл фажиғәләре - 13 октябрь


«@» билдәһе нимә аңлата?

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «@» билдәһе нимә аңлата?


Әжәле шунда булған икән...

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әжәле шунда булған икән...


Ә һеҙҙең алда бөтә юл да шымамы?

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ә һеҙҙең алда бөтә юл да шымамы?


Тәрән соҡорға төшөп киткән

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тәрән соҡорға төшөп киткән


Студенттар хаҡында хәстәрлек күреп

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Студенттар хаҡында хәстәрлек күреп


Ҡаланы ташландыҡ машиналарҙан таҙарталар

Әллә ҡабан сусҡаһы менән мышыны бутанымы икән ?

Анжеликаны Бузова үткәрмәгән

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Анжеликаны Бузова үткәрмәгән


Доброжелательная һәм Звездопадная урамдары барлыҡҡа киләсәк

Телевизорҙарығыҙ күрһәтәме?

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Телевизорҙарығыҙ күрһәтәме?


Тоҙ зыянлымы?

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тоҙ зыянлымы?


Түш яман шешен булдырмаҫ өсөн нимә ашарға кәрәк?

Енәйәтсене табыусыға - 3 млн һум

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Енәйәтсене табыусыға - 3 млн һум


Рәсәй бокссылары - беренсе

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәй бокссылары - беренсе


Еңел байырға уйлағандар ҙа бит…

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Еңел байырға уйлағандар ҙа бит…


Гран-при - беҙҙә!

14.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Гран-при - беҙҙә!


Рәсәй халҡы аҡсаһын нимәгә сарыф итергә йәлләй?