RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хаҡы миллион һумдан арта

10.02.2019 Хаҡы миллион һумдан арта

Иң ҡиммәтле “Лада”ның хаҡы билдәле булды.

Ябай “Веста”ны 615 мең һумдан башлап һатып алырға мөмкин. Ә бына “Веста Спорт” моделе өсөн 1 миллион һумдан ашыу аҡсаны сығарып һалырға тура киләсәк.

Иң яҡшы “Luxe” комплектындағы машинаға стабилизация системаһы, климат һәм круиз контроле, күп функциялы руль, алғы ултырғыстарҙы йылытыу, яҡтылыҡты һәм тәҙрә щеткаларын автоматик тоҡандырыу, аудиосистема ҡуйыла. Бындай “Веста” 1 миллион 9900 һум тора.
Ә бына “Multimedia” пакетлы автомобиль 1045900 һумға һатыла. Унда артҡы камера, мультимедиа систе­маһы, навигатор һәм алғы тәҙрәне йылытыу кеүек әйберҙәр өҫтәп ҡуйыла.

Тыштан ҡарағанда, миллион һумлыҡ “Веста”лар еңел иретмәле дисктарҙа 17 дюймлы тәгәрмәстәр (“Нива”ны­ҡынан ҙурыраҡ!), яңы бамперҙар, ишек тупһаларына накладкалар, багажник ҡапҡасындағы антиҡанат менән айырыла. Мотор күләме – 1,8 литр, ҡеүәте 145 ат көсө тәшкил итә – был иһә машинаға сәғәтенә 198 саҡрым тиҙлектә йөрөү мөмкинлеге бирә. Спорт “Веста”һы 9,6 секундта урынынан ҡуҙғалып, сәғәтенә 100 саҡрым тиҙлеккә етә ала.



Автор: А. Ишназаров
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр


Урал батыр - изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы

2018 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр айына 33 меңдән ашыу эш хаҡы алған

Шәмбе: ҡала тып-тын, супермаркеттар ябыҡ, бер-бер хәл булмағайы...

Ҡаҙ... әй, юҡ, ҡар өмәһенә сығығыҙ

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡаҙ... әй, юҡ, ҡар өмәһенә сығығыҙ


20 февраль иртәһендә Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырымға ял итергә юлланды

Мәскәүҙә 10 ҡыҙ башҡорт һылыуҡайы тажы өсөн көс һынаша

Был эштәрҙең авторы кем тип уйлайһығыҙ?

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Был эштәрҙең авторы кем тип уйлайһығыҙ?


"Йәшлек“ - Яңауылда

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшлек“ - Яңауылда


"Автосигнализация”ға – 40 йәш

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Автосигнализация”ға – 40 йәш


Әбйәлилдәр инглизсә өйрәнә башлармы?

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әбйәлилдәр инглизсә өйрәнә башлармы?


Газ плитәһен — электрға

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Газ плитәһен — электрға