RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сирҙе ауыҙлыҡлап булырмы?

08.02.2019 Сирҙе ауыҙлыҡлап булырмы?

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнөнә арналған матбуғат конфе­ренцияһы үтте. Һөйләшеүҙә Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов, Башҡортостан онкологтар йәмғиәте рә­йесе Олег Липатов һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар онкологы Рөстәм Байрамғолов ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, бөгөн халыҡты борсоған иң ҡурҡыныс сирҙәрҙең береһе – ул яман шеш. Ҡасандыр ул ҡайҙалыр ситтә, ләкин беҙҙә булмай торған ауырыу кеүек ҡабул ителә ине, хәҙер иһә һәр өсөнсө ғаилә тиерлек был сир менән күҙгә-күҙ осраша. Туғандары, дуҫтары, таныштары, бергә эшләгән коллегалары араһында был ҡаты сиргә юлығыусылар көндән-көн күбәйә барған кеүек.

Республика дауаханаларында яман сирҙе дауалау буйынса ниндәй һөҙөмтәләргә өлгә­шелә? Был сиргә юлыҡҡан кеше ниндәй ваҡыт арауығында медицина ярҙамы ала башлай? Ғөмүмән, яман шеште дауалап бөтөрөп буламы? Унан нисек һаҡланырға? Ҡасан уға ҡаршы дарыу уйлап табырҙар икән? Был һорауҙар һөйләшеүҙә ҡатнашыусы журналистарҙы ғына түгел, бик күптәрҙе ҡыҙыҡ­һындыралыр.
Республиканың баш онкологы Руслан Зәкир улы әйтеүенсә, быйыл республикала яман шешкә ҡаршы көрәшкә, 2018 йылға ҡарағанда, өс тапҡырға күберәк аҡса бүленгән. Атап әйткәндә, 8,5 млрд һум аҡса ошо маҡсатҡа йүнәлтеләсәк. Ул кәрәкле медицина ҡорамал­дары, дарыуҙар алыу һәм сирҙе ваҡытында асыҡлап, ауырыу­ҙарға тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тотоно­ласаҡ. Бынан тыш, Башҡор­тостанда яман шеш менән сирләүселәргә амбулатор яр­ҙам күрһәтеү буйынса 13 үҙәк асыу планлаштырыла. Уларҙың дүртәүһе – Өфөлә, ҡалғандары – республиканың башҡа ҡалала­рында.

Табиптар билдәләп үтеүенсә, халыҡ араһында, яман шеште дауалап булмай, тигән хата фекер йәшәй. Был дөрөҫ түгел, яман шеште дауалайҙар һәм, әйтергә кәрәк, уңышлы ғына. Сир ни тиклем иртәрәк асыҡ­лана, шул тиклем дауалау ҙа һөҙөмтәлерәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һуңлап, сир аҙғас ҡына дауахана юлын тапай башлайҙар. Был осраҡта инде, ни тиклем генә тырышһалар ҙа, табиптар ҙа көсһөҙ. Мәҫәлән, күкрәк яман шеше иртә асыҡланған осраҡта, сирләү­селәрҙең 94 проценты, дауаланып, тулыһынса был ауырыуҙан арына ла. Тимәк, барыһы ла кешенең үҙенән тора. Үҙеңә ҡарата иғтибарлы булырға, сәләмәтлегеңде хәстәрләп, йышыраҡ табиптарға күренеп торорға. Айырыуса организмда ниндәйҙер үҙгәреш, хәлһеҙлек һиҙелгәндә медицина учреж­дениеһына барыуҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай.
Ауырыуға юлыҡҡан кешене мөмкин тиклем тиҙерәк дауаланыу курсын башлау мәсьәләһе лә борсой. Был процесты тиҙләтеү йәһәтенән дә саралар күрелә. «Кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән ваҡыттан алып, тулыһынса тикшереү үтеп, диагноз асыҡланып, дауалау курсын башлағансы 14 көндән артыҡ ваҡыт үтергә тейеш түгел», – тип аңлатты әңгәмәлә ҡатнашыусы табиптар.

Һуңғы ваҡытта был мәкерле сирҙең йәштәрҙә, хатта бала­ларҙа ла асыҡланыуы күҙәтелә. Балалар онкологы Рөстәм Байрамғолов әйтеүенсә, заманса диагностикалау ысулдары ярҙамында сирҙе тәүге стадия­һында асыҡлау һәм дауалау курсын үтеү мөмкинлеге бар. Әммә республикала балалар онко­логтарының әҙ булыуы борсоуға һала. Уның әйтеүенсә, әлеге көндә өс кенә балалар онкологы эшләй.
Яман шештән һаҡланыу юлына килгәндә, табиптар бер тауыштан, сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу, стрес­тарҙан һаҡланыу, алама ғәҙәт­тәрҙән арыныу кәрәк, тип кәңәш бирҙе.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: ИА "Башинформ"





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Урал Шәмиғоловтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Гәзиттең 5-се һанындағы кроссворд еңеүселәре!

Овечкин НХЛ  тарихын яҙа...

16.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Овечкин НХЛ тарихын яҙа...


Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?

16.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?


Ватсапта башланған низағ бысаҡҡа барып еткән

Телеүҙәктә нимә булған?

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Телеүҙәктә нимә булған?


Башҡортостанда уртаса пенсия күләме 13.5 мең һумдан артты

Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды


Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр


Пластик шешә өсөн – аҡса

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Пластик шешә өсөн – аҡса


Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?


Нуғай ҡасабаһында яңы балалар поликлиникаһы