RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мортаза Рәхимов республиканың беренсе Президенты булып тарихҡа инде

07.02.2019 Мортаза Рәхимов республиканың беренсе Президенты булып тарихҡа инде

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың матбуғат хеҙмәтендәге эше тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша.

— Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 85 йәш тулғанына ышанғы ла килмәй. Хоҙай һәр беребеҙгә шундай олпат йәшкә етергә һәм айыҡ аҡыллы, яҡты зиһенле булып ҡалырға, сафта булырға, кешеләргә изге кәңәштәр менән ярҙам итергә, тормош тәжрибәһе менән бүлешергә насип итһен.

Миңә үткән быуаттың 90-сы йылдарында уның янында эшләү бәхете тейҙе. Тик шуны әйтә алам: Президент яғынан матбуғат хеҙмәтенең эшенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек, шелтә, иҫкәрмә алманым. Мортаза Ғөбәйҙулла улы аралашҡанда һәр саҡ алсаҡ, изгелекле булды. Уның кабинетында осрашҡан саҡта: «Шунан, ҡустым, хәлдәрең нисек?», — тип эштәрем, һаулығым ҡыҙыҡһына торғайны. Республика уның өсөн ҙур колхоз, завод, ә ул үҙе рәйес, директор кеүек булды. Барыһы ла билдәләнгәнсә, ул ҡушҡанса барамы-юҡмы икәнен үҙе күрергә, тикшерергә, ышанырға тейеш ине. Шуға ла ул күп йөрөнө, бер көндә машинала мең ярым километр ер үтеп, ярты республиканы урап сығыр ине.

1991 йылдың авгусында Мортаза Рәхимов РСФСР составындағы республикаларҙың Юғары Советтары рәйестәре ғаризаларына ҡул ҡуйҙы. Был ғаризала РСФСР-ҙың законлы һайланған власын, уның Конституцияһын һәм закондарын хуплауы, Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты (ГКЧП) ҡарарҙарына һәм күрһәтмәләренә буйһонмау тураһында әйтелгәйне. Шул саҡта ул СССР халыҡ депутаттарының 17 мартҡа билдәләнгән съезында ҡатнашырға йыйынмауы хаҡында белдерҙе. Унда барыбер кворум булмай, тип иҫәпләне Рәхимов, сөнки элекке союздаш республикаларҙан депутаттар килмәй, шуға күрә съезд «ваҡыт уҙғарыу ғына була». «Мин Союзды тарҡатыуға ҡаршы», — тине ул саҡта Рәхимов. Ул Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе өсөн перспектива күрмәне, уны «уйлап сығарылған һәм йәшәүгә һәләтһеҙ структура» тип атаны.

Мортаза Рәхимов Башҡортостандың беренсе Президенты булып тарихҡа инде. Ул республикаға ике тиҫтә йылға яҡын етәкселек итте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөгөн дә иҫән-һау һәм республика файҙаһына эшләүен дауам итә.



Автор: ИА "Башинформ"
Фото: "Башинформ"





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Урал Шәмиғоловтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Гәзиттең 5-се һанындағы кроссворд еңеүселәре!

Овечкин НХЛ  тарихын яҙа...

16.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Овечкин НХЛ тарихын яҙа...


Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?

16.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?


Ватсапта башланған низағ бысаҡҡа барып еткән

Телеүҙәктә нимә булған?

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Телеүҙәктә нимә булған?


Башҡортостанда уртаса пенсия күләме 13.5 мең һумдан артты

Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды


Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр


Пластик шешә өсөн – аҡса

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Пластик шешә өсөн – аҡса


Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?


Нуғай ҡасабаһында яңы балалар поликлиникаһы