RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Инцидент" проблемаларҙы эләктерә

06.02.2019 "Инцидент" проблемаларҙы эләктерә

Башҡортостан халҡының аһ-зары "Инцидент" системаһына эләгә. Шуның менән проблемалар хәл ителә, һорау-мөрәжәғәттәргә эш менән уңышлы яуап яһала. Миҫалдарҙы ҡарайыҡ:

Газ бар ҙа, юҡ та...


Социаль селтәрҙәрҙә шундай проблема тураһында хәбәр ителә:
“Ҡулса урамындағы 170/2-се йорттоң бер фатирында газ сығыуы сәбәпле хужалар махсус хеҙмәттәргә шылтырата. Әммә телефонды берәү ҙә алмай. Аптырағас, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына (МЧС) мөрәжәғәт итергә мәжбүр булалар. МЧС газовиктарҙы ебәргән. Улар фатирҙа газ шлангын алып, бер-нисә көнгә хужаларҙы газһыҙ-ниһеҙ ҡалдырып киткән. Дүшәмбе оҫта ебәрәбеҙ, тиһәләр ҙә,килеүсе булмаған, етмәһә, шлангты үҙегеҙ алығыҙ, тигәндәр. Ә ниндәй шланг алырға икәнен хужа ҡайҙан белһен. Шул көндәрҙә газовиктар подъезда тишек ямаған. Скотч һәм ҡатырға менән! Магнитогорскиҙа яңы йыл алдынан нимә булғанын ишеттек. Газ арҡаһында тотош подъезд юҡҡа сыҡты. Был фажиғә бер нәмәгә лә өйрәтмәне шикелле...”

“Инцидент” буйынса был хәбәр етәкселәргә, ниһайәт барып еткәс, Калинин районы хакимиәтенең мөрәжәғәттәр һәм эш алып барыу буйынса бүлеге эксперты Айрат Исхаҡовтан яуап килгән:
– “Газпром газораспределение Уфа” белгестәре газ шлангын алмаштырҙы. Фатирҙа хәҙер газ бар. Өҫтәмә рәүештә шул уҡ ойошма белгестәре бөтә йорт буйынса газ сығыу-сыҡмауын тикшерҙе. Газ сығыу осрағы теркәлмәне.

Кочетков урамында каток бар!


"Бәйләнештә" селтәрендәге "Подслушано Мелеуз" паблигына бына нимә тигәндәр:
"Микрорайон Кочеткова - это гетто. И ещё был пост про каток, все писали да залейте сами жители,такое чувство что его залить как лужу, вышел с ведром и все готово. Так про любую проблему могу ответить любому жителю- уберите, сделайте.И если во многих микрорайонах сделана то горка, то каток-у детей Кочеткова нет ничего.
Администрация, почему где-то территорию чересчур облагораживают, а у нас, как гетто?"

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Гүзәл Ишкинина белдереүенсә, Кочетков урамында каток яһалған.






Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Баҡалы районының бер фермаһында ҡотороҡ карантины иғлан ителде

Күршеләрҙең театры гастролдәре тамам!

21.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күршеләрҙең театры гастролдәре тамам!


Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: данлыҡлы актриса Гөлли Мөбәрәкова мәрхүм булған

Пугачеваның концертына билет 300 мең һум!

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Пугачеваның концертына билет 300 мең һум!


Фәхешхана хужабикәһе тотолған

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Фәхешхана хужабикәһе тотолған


Компьютер аша токтан һуғылып үлгән

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Компьютер аша токтан һуғылып үлгән


Имтиханды ата - әсәйең менән тапшыр!

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Имтиханды ата - әсәйең менән тапшыр!


Ауыл старосталары тураһында закон әҙерләнә

Тағы бер башлыҡ китте

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тағы бер башлыҡ китте


Башҡортостандың үҙ карабы буласаҡ

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостандың үҙ карабы буласаҡ


"Ҡояшлы яҡҡа сыҡ" спектакленә Вилә Байрамғәлина барасаҡ!

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр