RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Янғынһыҙ булмай...

04.02.2019 Янғынһыҙ булмай...

БР Хөкүмәтенең сираттағы аҙналыҡ кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт ваҡиғалары буйынса хәл-торош отчеттарынан тыш, һәр ваҡыттағыса, ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында ла һүҙ булды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала республикала 147 янғын осрағы теркәлгән. Ҡорбандар ҙа бар. Өфөлә, Белоретта – икешәр, Салауатта, Сибайҙа һәм Учалы районында – берәр кеше һәләк булған. Биш кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Янғынды иҫкәртеү, үлем һәм утта бешеү осраҡтарын кәметеү маҡсатында 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалары булған ғаиләләрҙе янғынды хәбәр итеүсе саралар менән бушлай тәьмин итеү ҡаралған. Был йәһәттән муниципалитеттар халыҡҡа был хаҡта мәғлүмәт бирергә тейеш.

Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, бөгөн янғынды хәбәр итеүсе ҡоролма алыр өсөн ни бары 10,5 мең генә кеше ғариза яҙған. Ә 2018 йылда 47 меңдән ашыу сабый тыуған. Иғтибар итегеҙ: ҡоролма бушлай бирелә. Баймаҡ, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы райондарында был эш яҡшы ойошторолған.
Янғынға бәйле тағы бер фажиғәле хәбәр: бөгөн Кушнаренко районында сыҡҡан янғында өс йәшлек бала һәләк булған. Был йыл башынан алып дүртенсе сабыйҙың янып үлеүе. Балаларҙың һәләк булыуы күп осраҡта уларҙы яңғыҙ ҡалдырыуҙан. Өлкәндәр! Уйлана белегеҙ әле!

Башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә килгәндә, уҙған аҙнала террор акты менән янап, 58 хәбәр таралған. Бигерәк тә 31 ғинуарҙа янауҙар күп булған. Электрон почта аша 33 объектта шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр килгән. Аноним хәбәр арҡаһында хәүефле урындарҙан халыҡты эвакуациялағандар. Төрлө учреждениенан барлығы 11 меңдән ашыу кеше сығарылған. Шартлатҡыстар бер ерҙә лә табылмаған. Ә күпме кешенең нервыһы, ҡурҡыуы!



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Автосигнализация”ға – 40 йәш

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Автосигнализация”ға – 40 йәш


Әбйәлилдәр инглизсә өйрәнә башлармы?

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әбйәлилдәр инглизсә өйрәнә башлармы?


Газ плитәһен — электрға

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Газ плитәһен — электрға


Президент үҙ вәкилен ебәрҙе

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Президент үҙ вәкилен ебәрҙе


Килде бит замана! Аҡсалы кешеләр йортонда матурлыҡ өсөн нимә генә аҫырамай.

Скандинавтарға яңы спорт төрө өсөн рәхмәт!

Ҡарарым етди: исемемде үҙгәртәм

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡарарым етди: исемемде үҙгәртәм


Контракт хеҙмәтенә барырға теләһәң…

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Контракт хеҙмәтенә барырға теләһәң…


Әсә сабыйы менән янып үлә яҙған

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әсә сабыйы менән янып үлә яҙған


"Халява"мы, әллә ҡытлыҡмы?

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Халява"мы, әллә ҡытлыҡмы?


Сибай карьерында 9 метр горизонт һыу менән тултырылған

Еҙем-ҡарандар китапханаға китап бүләк итте