RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сибай: эштәр, маҡсаттар, ярҙам

22.01.2019 Сибай: эштәр, маҡсаттар, ярҙам

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһе Сибай карьерында килеп тыуған хәл буйынса сығыштан башланды. Һуңғы яңылыҡтар һәм эш барышы менән видеобәйләнеш буйынса Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов таныштырҙы.

Әле ҡалала өс йүнәлеш буйынса проблеманы хәл итеү ойошторолған. Беренсенән, карьерҙың үҙендә эштәр алып барыла, икенсенән, һаулыҡ һаҡлау саралары, шул иҫәптән республика медиктары ярҙамында, өсөнсөнән, әгәр ҙә хәл-торош ҡатмарланып киткән осраҡта халыҡҡа хәбәр итеүҙе ойоштороу буйынса. Ҡыҫҡаһы, етәкселек комплексы саралар билдәләп, шуны контролдә тотоп эшләргә тырыша.

Карьер тигәндән, ундағы ағыулы матдәләрҙең йоғонтоһон кәметеү өсөн төпкә махсус шыйыҡлыҡ ағыҙыла. Проблеманы хәл итеүҙә Мәскәү, Магнитогорск, Екатеринбург ҡалаларының дүрт ғилми институты белгестәре лә ҡатнаша. Фекер алышыуҙарҙа Сибай карьерын һәм Яңы Сибай тау ятҡылыҡтарының ер аҫтын өлөшләтә һыу (ҡатнашма) менән тултырыу ҡаралған. Шахтанан технологик ҡорамалдарҙы, кабель-сымдарҙы сығарыу өсөн комбинат етәкселеге бер аҙна самаһы ваҡыт кәрәклеген белдерә. Әйткәндәй, карьерға һыу ваҡытлыса төшөрөлә.

Һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендәге эштәргә килгәндә, ҡала хакимиәте башлығы әйтеүенсә, республиканың медицина учреждениеларынан кисә тағы ла 31 белгес килгән. Дауаханала, поликлиникала сират кәмегән тиергә була. Сибайҙың 69 урамында, йәғни предприятиеға яҡын йәшәүселәр айырыуса тикшереләсәк. Бында 500 һәм 1000 метр арауыҡ тураһында һүҙ бара. Ҡырымға бара торған балалар ҙа, моғайын, үрҙә һанап кителгән урамдарҙан һайланалыр.

Артабан да кеше һаулығы өҫтөнлөклө мәсьәлә булып ҡаласаҡ.




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне