RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Ҡурҡыныс енәйәтсе", "ағас буры" табылды!

21.01.2019 "Ҡурҡыныс енәйәтсе", "ағас буры" табылды!

Ошо көндәрҙә интернеттың башҡорт өлөшөндә, социаль селтәрҙәрҙә ат егелгән санаға ике бүрәнә һалып алған бабайға ЮХХДИ инспекторҙары протокол төҙөп тороуҙары төшөрөлгән фото таралды.

Оло-оло прицеплы машиналар менән билдәһеҙ яҡҡа ағас киткәндә ошолай хәлдең булыуы беҙҙең йәмәғәт өсөн "әҙәм ыстырамы", ғәрлек булып тора.
Һүрәт бар ергә таралды, [whitecamel|Камил Буҙыҡаев] елле карикатура эшләп тә ҡуйҙы.

БӨРЙӘН ҺӨЙЛӘЙ .... төркөмө етәксеһе Фәһим Ҡунафин бабайҙы тапты. Баҡтиһәң ул “Ағиҙел” колхозында ғүмере буйы механизатор булып эшләгән, БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Иҙрис Хәмит улы Науразбаев булған икән. Түбәндә Фәһимдең яңылығынан өҙөктәр килтерәбеҙ:

... Иҙрис ағайҙың һөйләүҙәре буйынса 17 ғинуар көнө ошолай булған:
- Йәй аҙағында үҙебеҙҙең ялан ҡырындағы, техника йөрөй алмаған тау битләүендә йығылып ятҡан ике ағасты валек менән һөйрәтеп, сабынлыҡҡа төшөрөп отрезға турап киткәйнем. Ҡар яуғас алып ҡайтырмын тип.
Шул ағасҡа сыҡҡан көндө ебеткәк булды. Өшөп-туңып ҡайтып килгәндә полицияға эләгеп ҡуйҙым. Фотоға төшөрҙөләр, ниндәйҙер ҡағыҙ тултырҙылар, подпись ҡуй тигәстәр, ҡуйҙым. Лесхоздан ҡағыҙ киләсәк, шуның буйынса штраф түләргә тура киләсәк тинеләр. Суд буламы тигәнгә, юҡ булмай тиеп яуап бирҙеләр. Тегендә ике быуыны ҡалды, барып алһам буламы тигәйнем, теймәйһегеҙ тинеләр. Бына, ҡурҡып ултырыла инде, күпме һалырҙар икән тип.""

... Хәлдән килгәнсә Иҙрис ағайҙы тынысландырып, бер нәмә лә булмаясағына ышандырып, ҡайтып кителенде.
Ысынында, ниндәйҙер эш ҡуҙғатырлыҡ бер ниндәй нигеҙ, бер нәмә лә юҡ.
Үрҙә яҙып үтелгән ваҡиғаға оҡшаш хәлдәр йыш ҡабатланып тора. Был донъяла закон ғына түгел, башҡа ҡиммәтәр ҙә бар икәнен, күптәр онотмаһын, уйланһын ине.

Өйгә ҡайтып ингәс почтаға хат килеп төштө. Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе:
"Доброго времени суток. Вас беспокоит Инсаф Ишкулов, заместитель начальника Бурзянской полиции, по поводу информации опубликованной в интернете в части и в вашей группе по нашим сотрудникам ДПС и работника лесхоза по факту остановки гражданина с лесом. Я разбирался по данному факту, значит данному гражданину никаких санкций не применяли, просто для галочки взяли его данные для последующего доклада о проделанной работе. В общем мы просто исполнители законов нашего государства которых не мы принимаем. А так всегда наше требование не трогать людей которые возят сухостой и дрова. Есть отдельные моменты. Спасибо, что прочитали.
Если видите нарушений со стороны наших сотрудников можете обратится мне лично, раб. тел. 3-63-48, обещаю разобраться с ними. Рахмат!"

Фәһимдең яҙмаһы: https://vk.com/wall-128208760_11016




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне