RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Самауыр янында» йыйылайыҡ

20.01.2019 «Самауыр янында» йыйылайыҡ

Сәй – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе, уны алыҫтан килгән ҡунағыңа ла, “ут алырға” ингән күршеңә лә тәҡдим итәһең. Халҡыбыҙҙа ла сәйләү йолаһы борондан килә.

"Сәйгә килеп китегеҙ", – тип башҡорттар бер-береһен аралашып ултырырға саҡыр­ған. Ысынлап та, кешеләрҙе берләштереүсе көскә эйә сәй табыны. Шуға ла, самауыр яны – ғаилә йәне, тиҙәр. "Юлдаш" самауыры ла моң, һүҙ, дәрт, илһам ҡуҙын баҙлатып, тыңлаусыларҙы төшкө ваҡытта барған "Самауыр янында" тапшырыуына саҡыра. Йыр­лы табын дүшәмбенән йомаға саҡлы гөрләй. Тәмле сәй табыны артында зауыҡлы йырҙар тыңлап, рухи байлыҡ туплап, һөйләшеүгә тәҡдим ителгән темаға ҡарата һәр кем үҙ фекерен белдерә ала. Тормош, йәшәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, әхлаҡ, кеше яҙмыштары, һаулыҡ, социаль мәсьә­ләләр, һәр ҡатлам тыңлаусыһын ҡыҙыҡһындырырҙай темалар һайлап алына. Әйткәндәй, "Бәй­ләнештә" социаль селтәрендә, радиобыҙ­ҙың асыҡ төркөмөндә ҡороласаҡ темаға әңгәмә хаҡында алдан хәбәр бирәбеҙ.

Сәйле табын ҡунаҡһыҙ булмай, ти халыҡ. "Юл­даш" сәйенә саҡырылған билдәле шәхестәр тыңлаусыларыбыҙҙың һорау­ҙарына ихлас яуап бирә, үҙ фекер­ҙәрен еткерә. Хөрмәтле дуҫтар, киләсәктә ҡунаҡ сифатында "Самауыр янында" кемдәрҙе күрергә теләр инегеҙ? Ошоға бәйле йәки күтәрелгән тема­лар­ға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы тәҡдимегеҙ булһа, рәхим итеп, беҙгә хат яҙығыҙ, электрон почтаның адресы: wgm-81@mail.ru. "Юлдаш" самауыры аҙнаның эш көндәрендә нәҡ һеҙҙең өсөн шыжлай, йырлы табыныбыҙға көндөҙ сәғәт икенсе ун минутта рәхим итегеҙ. Һеҙҙе самауыр янына йыйыр телефон һандары – 285-77-85.




Автор: Гөлназ ХӘЛИТОВА
Фото: "Юлдаш" радиоһынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне