RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡараңғы урамдарға — юҡ!

17.01.2019 Ҡараңғы урамдарға — юҡ!

"Инцидент" системаһы уңышлы эшләүен дауам итә. Уның аша Башҡортостан халҡы үҙен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итә. Юлдар, ихатаны төҙөкләндереү, транспорт һәм тораҡ пункттарҙы яҡтыртыу проблемалары менән социаль селтәр аша мөрәжәғәт итеүселәр ваҡытында яуап ала.

Мәҫәлән, Туймазы районы буйынса ҡараңғы урамдар буйынса килгән 10-дан ашыу мөрәжәғәттең дүртәүһе Райман ауылынан ауылынан булған. Бөгөн ауыл хакимиәте урамдарҙы һәм тыҡрыҡтарҙы яҡтыртыу буйынса әүҙем эш алып бара.

Архангель районының Уҫаҡлы ауылында йәшәүсе Василий Степановтың, балалар мәктәп автобусы туҡталышына ҡараңғыла йөрөргә мәжбүр, тигәненә:“Ысынлап та, Уҫаҡлыла урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе киҫкен тора. Ауылда халыҡтың үҙ иҫәбенә тоташтырылған ни бары биш яҡтыртҡыс бар. Әлеге ваҡытта “БашРЭС” йәмғиәте менән килешеү төҙөлә. Яҡын арала барлыҡ биш яҡтыртҡыс та урам селтәренә тоташтырыласаҡ, тағы өҫтәмә дүрт яҡтыртҡыс урынлаштырыласаҡ”, — тип яуаплай Архангель районы хакимиәте башлығы А. Комзалов.
Өфө ҡалаһынан Александр Смирнов, Никита Грушин "Инцидент" системаһына мөрәжәғәттәре иғтибарһыҙ ҡалмауы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

—Ҡашҡаҙан паркы хәҙер әллә ҡайҙан балҡып ултыра — барлыҡ фонарҙар эшләй. Быға тиклем ҡышҡы кистәрҙә саңғыла йөрөрлөк түгел ине, — тип яҙа Н. Грушин. Салауат һәм Дөртөйлө ҡалалары граждандары урамдар яҡшыраҡ яҡтыртыла башланы, лампочкалар диодлыға алмаштырылды, ундайҙар күпкә яҡшыраҡ, тип ҡыуанысын белдерә.

Ҡырмыҫҡалы районынан Айҙар Ғәйфуллин, Асҡындан — Рәмиҙә Кәлимуллина, Салауаттан — Римма Хәйерзаманова, Дыуандан — Дамир Зарипов, Баймаҡтан — Таңһылыу Аслаева, Әбйәлил районынан Рифат Килдейәров та урамдарға лампалар ҡуйылды, тип шатлана.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың барлыҡ түрәләргә социаль селтәрҙәргә теркәлеп, халыҡ зарына иғтибар итергә ҡушыуы урындарҙа ла ыңғай һөҙөмтәһен күрһәтә. Быға миҫал итеп билдәле блогер Рәйес Ғәбитовтың яҙмаһын килтерергә була. Ул үҙенең Әбйәлил районына сәфәре ваҡытында такси водителе менән әңгәмәләшеүен яҙа. Таксист Вадим исемле ир район хакимиәте төркөмөнә Геологоразведка ауылы урамдарының ҡараңғы булыуы хаҡында яҙыуын һөйләй. Ирҙең мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡалмай, урындағы үҙидараға был мәсьәләне хәл итергә ҡушыла. “Дөрөҫөн әйткәндә, тиҙ арала сара күрерҙәр, тип өмөт итмәгәйнем. Район башлығы Илдар Нафиҡов халыҡты борсоған проблемаларға битараф түгел”, — тип һөйләй таксист. Бынан күренеүенсә, ҡайһы бер райондарҙа етәкселәр тарафынан һәр мөрәжәғәт ентекле өйрәнелә.
Ғөмүмән, Башҡортостанда ауыл урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе республика етәкселеге күҙәтеүе аҫтында. Ауылдарға бихисап урам лампаларын ҡуйыу хатта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Афғанстан беҙҙең яҡташтар яҙмышында

21.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Афғанстан беҙҙең яҡташтар яҙмышында


Баҡалы районының бер фермаһында ҡотороҡ карантины иғлан ителде

Күршеләрҙең театры гастролдәре тамам!

21.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күршеләрҙең театры гастролдәре тамам!


Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: данлыҡлы актриса Гөлли Мөбәрәкова мәрхүм булған

Пугачеваның концертына билет 300 мең һум!

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Пугачеваның концертына билет 300 мең һум!


Фәхешхана хужабикәһе тотолған

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Фәхешхана хужабикәһе тотолған


Компьютер аша токтан һуғылып үлгән

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Компьютер аша токтан һуғылып үлгән


Имтиханды ата - әсәйең менән тапшыр!

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Имтиханды ата - әсәйең менән тапшыр!


Ауыл старосталары тураһында закон әҙерләнә

Тағы бер башлыҡ китте

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тағы бер башлыҡ китте


Башҡортостандың үҙ карабы буласаҡ

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостандың үҙ карабы буласаҡ


"Ҡояшлы яҡҡа сыҡ" спектакленә Вилә Байрамғәлина барасаҡ!