RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яңы "скорый"ҙар килде!

27.12.2018 Яңы "скорый"ҙар килде!

Башҡортостандың медиктарына тағы ла 35 "ашығыс ярҙам" машинаһы бирелде. Улар республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған.

"Соболь" автомобилдәре ашығыс һәм экстрен медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йыһазландырылған. Уларҙа үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты, дефибриллятор, электрокардиограф, ингалятор, пульсоксиметр, ҡандағы глюкозаны экспресс тикшергес, укладкалар, сумаҙандар, шприц насостары, носилкалар бар. "Скорый"ҙарға ГЛОНАСС навигация системаһы ла ҡуйылған.

Икешәр машина Белорет, Нефтекама, Учалы, Дүртөйлө, Туймазы дауаханаларына, берәр - Октябрьскиҙың 1-се дауаханаһына, Аҡъяр, Асҡар, Асҡын, Архангел, Баҡалы, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Благовещен, Оло Ыҡтамаҡ, Буздәк, Борай, Бөрйән, Үрге Йәркәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Кушнарен, Мишкә, Саҡмағош, Шаран, Языково, Яңауылға бүленде.

Яңыраҡ 23 махсус автомобиль - 18 "ГАЗель" һәм 5 "УАЗ" медиктарға тапшырылды. Республика аша бөтәһе 172 "скорый" һатып алынасаҡ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡырымда ял итергә путевка мең һум тора икән

Өфө быйыл спортсы пенсионерҙарҙы ҡабул итәсәк

Нисәнсе размерлы йомортҡа бар был магазинда?

Ай тотола

21.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ай тотола


Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 33 мең һумдан артҡан

Ярай кешеләр тормаған

20.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ярай кешеләр тормаған


«Самауыр янында» йыйылайыҡ

20.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «Самауыр янында» йыйылайыҡ


Элемтә ҡиммәтләнә...

19.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Элемтә ҡиммәтләнә...


Балаларға - һөт, өлкәндәргә - күмер

19.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Балаларға - һөт, өлкәндәргә - күмер


Нурия Абдуллинаға ярҙам кәрәк!

19.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нурия Абдуллинаға ярҙам кәрәк!


Ит барып алығыҙ!

19.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ит барып алығыҙ!


Һигеҙ бала тап та 600 мең һум ал

18.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һигеҙ бала тап та 600 мең һум ал