RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр, алға! Ижади бәйгегә!

29.10.2018 Йәштәр, алға! Ижади бәйгегә!

Йәштәр, алға! Ижади бәйгегә!
РФ Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты – Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһы үҙенең яңы миҙгелен башлай.
Уҡыусыларҙы дәртләндереүгә, уларҙы ижади үҫтереүгә арнал­ған был акция гәзитебеҙҙең йыл да ҡабатлан­ған бик матур йолаһына әйләнде. 2017 – 2018 уҡыу йылында конкурста йөҙгә яҡын 10 – 11-се класс уҡыусыһы, шулай уҡ колледж-училище студенттары ла ҡатнашты. Улар йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын сағылдырған мәҡәләләр тәҡдим итте.
Быйылғы бәйгенең положениеһы шул уҡ ҡала. Мәктәптәрҙең 10 – 11-се класс уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары үҙҙәренең эштәрен 2019 йылдың 16 майына тиклем ебәрергә тейеш. Беренсе урын яулаусыға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға өсәр мең һум күләмендәге премия тапшырыласаҡ. Дәғүәселәр ижад емештәрен “Бәйләнештә” селтәрендәге “Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы”, “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмдәренә, проектты алып барыусы Айбулат Ишназаровҡа ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусы һәр егет-ҡыҙға иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ.
Мәҡәләләрҙә тел һәм милләтте һаҡлау, башҡорт халҡының тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге, ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйланыуҙар, экология проблемалары, йәштәрҙең киләсәге тураһында фараздар төп тема тип һаналасаҡ. Формаһы ирекле: хикәйә, шиғыр, нәҫер кеүек жанрҙарҙы файҙаланырға мөмкин. Эштәрҙе ебәргәндә үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү талап ителә. Унда уҡыуҙағы уңыштарығыҙ һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ тураһында яҙылһын. “Бәйләнештә”ге сәхифәләрегеҙ асыҡ, хәбәр яҙыу мөмкинлеге лә булһын (асыҡ “личка”). Йомғаҡлау көнөнә тиклем һуҙмағыҙ, мәҡәләләр мотлаҡ гәзит битендә донъя күрергә тейеш, был иһә ваҡыт талап итә.
Булат Солтангәрәев милләтебеҙҙең аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы егете ине. Илебеҙҙе хәстәрләп, уға яҡты киләсәк юрап йәшәне, Башҡор­тостаныбыҙҙың киләсәген уйланы, һәр яҡтан файҙалы булырға тырышты. Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты, олимпиадаларҙа еңелеү белмәне. Спортта ла маһир ине. Үкенескә күрә, 2011 йылда булған фажиғә 17 йәшлек Булаттың ғүмерен өҙҙө.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Лаура Дальмайер китте

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лаура Дальмайер китте


Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң


Күмертау ҡалаһы башлығы киткән

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күмертау ҡалаһы башлығы киткән


«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте

«Салауат Юлаев»ҡа  фин һөжүмсеһе килде

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде


Экспортҡа ташыусыларға ярҙам

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Экспортҡа ташыусыларға ярҙам


Сығымдарҙы кәметәләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сығымдарҙы кәметәләр


Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!


Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?


Учалыла законды ихтирам иттеләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Учалыла законды ихтирам иттеләр


Һауаға шарҙар осорорға ярамай

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һауаға шарҙар осорорға ярамай


Ҡорал менән һаҡһыҙ эш итһәң

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡорал менән һаҡһыҙ эш итһәң