RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Тәскирә ДАЯНОВА

23.10.2018 "Йондоҙло табын" - Тәскирә ДАЯНОВА

"Йондоҙло табын" -  Тәскирә ДАЯНОВА
Бөгөн үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешерергә БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, драматург Тәскирә ДАЯНОВА өйрәтә.

Әсеткеле ҡоймаҡ
Өс йомортҡаға бер ҡалаҡ шәкәр, бер балғалаҡ әсетке, бысаҡ осона элеп сода, тоҙ һалып, күпергәнсе бутайым. Уға сама менән айыртыл­ған һөт, он ҡушып, шыйыҡ ҡамыр туҡығас, ярты сәғәткә йылы урынға ултыртып торам. Аҙаҡ майлы табала ике яҡлап бешереп алам.
Ҡалын ғына ҡоймаҡтар килеп сыға. Кемгә нисектер, әммә миңә, ауыл ҡатынына, туҡлыҡлы булыуы оҡшай.

Өй икмәге
Бер сынаяҡ аҫты онға ҡайнар һыу ҡойоп болғағас, йылымыс булғансы ултыртып торор­ға. Ҡомалаҡ сүпрәһе һалып, тағы ла бутарға һәм йылы урын­ға ҡуйырға. Был икмәк башы була. Ул бер нисә тапҡыр күпереп сыға, ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу, он, тоҙ ҡушып, шыйыҡ ҡамыр туҡыр­ға. Өҫтөн ябып, ҡалын әйбер менән урап, йылы урынға ҡуям. Уны ла 2 – 3 тапҡыр күпертеп алғас, он өҫтәп, артыҡ ҡаты булмаған ҡамыр баҫам. Ул матур булып ҡабарып сыҡҡас, табаны майлап, икмәк әүәләп һалам да, тағы ҡабарғанын көтәм. Ҡыҙыу мейестә сәғәт ярым бешереп алам.
Ҡамырҙы ҡат-ҡат күпертеп алғанда ғына икмәк матур һәм тәмле булып бешә.

Ҡаҙан кәкреһе
Был ризыҡ рустарҙа вареники тип атала. Мәсетле диалекты буйынса “ҡаҙан кәкреһе” тип йөрөтәбеҙ.
Кәкре өсөн эремсекте махсус эре бөртөклө итеп эретәм. Уға йоморт­ҡа, йәшел һуған, тоҙ һалып бутайым. Бер йоморт­ҡаға тоҙ, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, әҙ генә һыу һәм сама менән он һалып, туҡмас ҡамырынан йомшағыраҡ ҡамыр баҫам. Уны 15 минут тирәһе ултыртып тор­ғандан һуң, ваҡ йоморсаҡтар эшләп, йәйәм. Эслекте һалып, кәкреләрҙе эшләп сығырға. Уларҙы ҡайнап торған һыуҙа бешереп алғас, табынға ҡайнар килеш, ҡаймаҡ менән бирергә.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА
яҙып алды.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡараңғы урамдарға — юҡ!

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡараңғы урамдарға — юҡ!


Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!


Диспансерлаштырыуҙы мөһим тип тапһаң...

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Диспансерлаштырыуҙы мөһим тип тапһаң...


Ҡатынын ҡаҙ менән туҡмап үлтергән

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡатынын ҡаҙ менән туҡмап үлтергән


Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһында янғын сыҡҡан

Хажға тик дини ойошмалар аша

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хажға тик дини ойошмалар аша


Сибайҙар, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!

Почтала һыра һатыласаҡ

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Почтала һыра һатыласаҡ


Йырсы Илһам Шәкиров мәрхүм булған

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йырсы Илһам Шәкиров мәрхүм булған


Ростовта матәм: Радий Хәбиров телеграмма аша ҡайғы уртаҡлашты

Өфөнән Сибайға табиптар килгән

16.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөнән Сибайға табиптар килгән


Яҡташыбыҙ — Беренсе каналдың алып барыусыһы