RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Сәлимә ЮЛДАШБАЕВА

30.09.2018 "Йондоҙло табын" - Сәлимә ЮЛДАШБАЕВА

"Йондоҙло табын" - Сәлимә ЮЛДАШБАЕВА
Бөгөн “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Сәлимә ЮЛДАШБАЕВА үҙенең ярат­ҡан ризыҡтарын бешерергә өйрәтә.

Французса бәрәңге
Тәрән табаны йәки бешереү формаһын яҡшылап майлағас, 500 грамм ит иҙмәһен йәйергә. Өҫтөнә ике һуғанды ярымтүңәрәктәргә телеп һа­лыр­ға. 6 – 7 бәрәңгене әрсегәс, йоҡа ғына телемдәргә телеп, һу­ған өҫтөнә теҙергә. 150 грамм майонезға 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡ, самалап тоҙ, борос һалып, яҡшылап бутарға. Был соусты бәрәңге өҫтөнә ҡойоп, тигеҙләп һылар­ға. Иң өҫкө ҡатлам – ҡырғыс аша үткәрелгән 150 грамм ҡаты сыр.
Табаны фольга менән ҡаплап, 40 минут тирәһе духовкала бешерергә.

Эремсекле десерт

20 грамм желатинға бер стакан йылымыс һыу ҡойоп бутарға ла, иреп бөткәнсе утта тотор­ға (ҡайнатырға ярамай, юғиһә масса ҡатасаҡ). Ул һыуынғансы 200 грамм ҡаймаҡҡа (10 процентлы) 0,5 кг эремсек, 150 грамм шәкәр һалып бутарға. Бутауҙан туҡтатмайынса был массаға яйлап ҡына желатинлы һыуҙы ҡойорға.
Форма төбөнә 2 – 3 ҡалаҡ емеш-еләк һалып, өҫтөнә эремсекле массаны ҡойор­ға. Ике сәғәт һыуытҡыста тотоп алғас, десертты табынға бирергә мөмкин.

Ҡабаҡтан торт

Ҡабаҡты ҡабығынан, орлоҡтарынан таҙартып, ҡырғыс аша үткәрергә. Уға дүрт йоморт­ҡа, самалап тоҙ, 1,5 стакан он һәм дүрт бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалырға ла, ҡамыр туҡырға. Ҡамырҙы 6 – 7 өлөшкә бүлеп, майлы табала йәймәләр бешереп алырға. Һәр ҡоймаҡҡа майонез менән соус һылап, ҡатларға. Бер нисә сәғәт һыуытҡыста ултыртып алғандан һуң үҙенсәлекле ризыҡ әҙер.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА яҙып алды.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп

10.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп


Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт


Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте


Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!

06.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!


Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ

05.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ


Эшендә уңыштар теләйбеҙ!

04.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эшендә уңыштар теләйбеҙ!