RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ЯНҒЫНДАН ҘУР ЗЫЯН КҮРГӘН 5 БАЛАЛЫ ҒАИЛӘГӘ ЯРҘАМ КӘРӘК!

06.09.2018 ЯНҒЫНДАН ҘУР ЗЫЯН КҮРГӘН 5 БАЛАЛЫ ҒАИЛӘГӘ ЯРҘАМ КӘРӘК!

ЯНҒЫНДАН ҘУР ЗЫЯН КҮРГӘН 5 БАЛАЛЫ ҒАИЛӘГӘ ЯРҘАМ КӘРӘК!
3 август иртәһе Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Айытбаевтар ғаиләһенә оло ҡаза килтерә: ҡапыл сыҡҡан янғын арҡаһында 5 балалы ҙур ғаилә урамда тороп ҡала. Ғаилә башлығы Зәит Айытбаев был ваҡытта өйҙә булмай, ҡатыны Венера һәм балалар өҫтәрендәге бер ҡат кейем менән уттан ҡотолоп өлгөрә. Янғын һүндереүселәр килеүгә йорттоң эсен, ҡыйыҡтың бер өлөшөн тулыһынса ялҡын ялмай, имен бер нәмә лә ҡалмай. Бары тик ҡара һөрөм баҫҡан бураны ғына ҡотҡарып ҡалалар.
Ғаилә башлығы ихатаһында төҙөй башлаған теплицаны ҡул аҫтындағы материалдар менән көпләп, шунда урынлашалар. Туҡланыу ҙа, йоҡо урыны ла – теплицала.
Айытбаевтар был йортто 2012 йылда ҙур суммалағы кредитҡа һатып алған, айына 11700 һумдан тура килгән түләүҙәре әле бөтмәгән. “Беҙ алғанда ҡоро ер ҙә, бер бура бар ине. Алты йыл буйы төҙөнөк тә төҙөнөк. Шуныһы йәл: барлыҡ көнкүреш техникаһын – һыуытҡысты, туңдырғыс камераны, телевизорҙы яңыртҡайныҡ. Ғинуарҙа ғына кер йыуыу машинаһы алып тоташтырғайныҡ. Тағы ла бер үкенес: янғындан өс көн алда ғына балаларҙы тулыһынса яңы уҡыу йылына кейендереп, мәктәп кәрәк-яраҡтары һатып алғайныҡ. Өр-яңы формалары барыһы ла янды”, - тип әсенеп һөйләй Зәит.
Әлбиттә, изге күңелле кешеләр, бигерәк тә күршеләре ҙур ғаиләнең хәленә инеп, түшәк-ҡаралты, һауыт-һаба кеүек кәрәк-яраҡ алып килә. Ҡала хакимиәте бүлгән аҡсаға балаларҙы яңынан мәктәпкә әҙерләйҙәр.
Ғаилә башлығы төҙөлөш магазиндары менән бүлеп түләүгә һөйләшеп, материалдар алып, өйҙөң төпкө өлөшөн тергеҙеүгә тотонған. Сөнки тышта көҙ, теплицала йәшәү мөмкин түгел. Әле иҙән һалып, ғаиләһен шунда күсергән. Зәит – һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, әммә эш урыны юҡ, ҡатыны – балалар баҡсаһында ашнаҡсы. “Бер эштән дә ҡурҡмайым, ҡайҙа ниндәй ҡалым бар, барыһын да эшләйем”, - ти ғаилә башлығы.
Бөгөн Айытбаевтар алдында ҡышҡа тиклем йорттоң бер өлөшөн булһа ла төҙөп, йылылыҡ үткәреү бурысы тора. Оло ҡаза күргән күмәк балалы ғаилә ярҙамға мохтаж. Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ аҡылы. Улар өсөн 100, 200 һум да ҙур ярҙам. Әйҙәгеҙ, милләттәштәребеҙҙе ауыр хәлендә яңғыҙ ҡалдырмайыҡ, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәйек!
Һаҡлыҡ банкыһында Венера Ишбулды ҡыҙы исеменә асылған карта 8-937-836-89-15 телефонына бәйләнгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне