RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Ләйсән ТИМЕРХАНОВА

17.09.2018 "Йондоҙло табын" - Ләйсән ТИМЕРХАНОВА

"Йондоҙло табын" - Ләйсән ТИМЕРХАНОВА
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Ләйсән ТИМЕРХАНОВА “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына үҙенең яратып әҙерләгән аш-һыу рецептарын тәҡдим итә.

Эремсектән татлы бәлеш
200 грамм маргаринға 3 стакан он һалып, ҡул менән яҡшылап ыуырға. Аҙаҡ уға бер йомортҡа, аш һеркәһендә һүндерелгән ярты балғалаҡ сода, 150 грамм шәкәр ҡушып бутарға. Ыуалып торған ҡамырҙың яртыһын майланған табаға һалып, ҡул менән тигеҙләргә. Эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе өлөшө менән өҫтөн ҡапларға кәрәк.
Эслек өсөн 0,5 кг эремсеккә 100 грамм шәкәр, 2 йомортҡа ҡушып яҡшылап бутарға. Бәлеште 180 градуслы мейестә 30 – 35 минут тирәһе бешереп алырға.

Әсегән һөттән ҡоймаҡ
Беҙ бер ваҡытта ла әсегән һөттө әрәм итеп түкмәйбеҙ. Төрлө ҡамыр ашы өсөн иң шәбе – ул. Бигерәк тә ҡабарып бешкән ҡоймаҡ (оладушки) яратабыҙ.
0,5 литр әсегән һөткә ике йомортҡа, самалап тоҙ, аш содаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр һалып туҡырға. Самалап он һалып, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр эшләргә. Миксер менән туҡығанда, ҡоймаҡтар айы­рыу­са ҡабарып торасаҡ. Майлы табала бәләкәй генә ҡоймаҡтарҙы ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға кәрәк.

Ҡабаҡтан (кабачки) икра
Был икра ҡыш көнө бик үтемле була. Шуға күрә йәй көнө күпләп әҙерләп ҡалырға тырышығыҙ.
1-әр кг ҡабаҡ, кишер, помидор һәм 0,5 кг борос, һуғанды ваҡлап турап, 100 гр үҫемлек майында әҙер булғансы ҡыҙҙырып алырға. Артабан уға бер баш һарым­һаҡ таҙартып һалырға. Тәменә ҡарап тоҙ, әсе борос өҫтәп, блендер менән иҙергә кәрәк. Массаны 5 минут тирәһе талғын утта быҡтырып алғас, стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.

Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Джефф Монсон да башҡортса йырлай

17.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Джефф Монсон да башҡортса йырлай


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡов исеме бирелде

Рәшиҙә Солтанова йәнә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе итеп һайланды

Өфөлә «Буран – 2019» яңы йыл фестивале ойошторола

Ҡошсоҡтарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!

16.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡошсоҡтарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!


Конгресс-холл Торатау исемен йөрөтәсәк

15.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Конгресс-холл Торатау исемен йөрөтәсәк


Валерий Меладзе башҡортса һөйләшә башлаған

Гөлназ Шафиҡова БР Мәғарифты үҫтереү институтын етәкләйәсәк

"Йәшлек" гүзәле" конкурсының быйылғы еңеүсеһе кем булыр?

Максим Забелин Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарасаҡ

Бөгөн Белорет-Үткәл юлында пассажир "ГАЗел"е аварияға осраны

Боҙло ямғыр көтөлә

13.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Боҙло ямғыр көтөлә