НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Бөгөн, 12 июль - десантсылар өсөн ҡайғылы көн

Бөгөн, 12 июль - десантсылар өсөн ҡайғылы көн


Бөгөн, 12 июль - десантсылар өсөн ҡайғылы көн
2015 йылда #242УЦ ВДВ Омск өлкәһенең Светлый ҡасабаһында урынлашҡан Һауа-десант ғәскәрҙәренең 242-се уҡыу үҙәгендә оло фажиғә булды. Казарма иҙәне ишелеп, кисә генә присяга ҡабул иткән 24 һалдат һәләк булды, күптәр йәрәхәтләнде. Башҡортостандан биш егет һәләк булды, өсәүһе йәрәхәт алды.

ҠАЙҒЫ /ҠЫРҠ ИКЕ ҺАЛДАТ ТУРАҺЫНДА БӘЙЕТ/

Һуғыш та юҡ... Донъя тыныс, имен...
Ҡойма ямғыр яуып үткәйне...
Ағастары ҡолап, боҙ яуҙырып
Зыяндар ҙа һалып киткәйне..

Ул дауылдар дауыл булмағандыр,
Йәндә дулай ҡайғы бураны…
Йәп-йәш һөлөк кеүек егеттәрҙең
Ишетелде һәләк булғаны…

Күҙ асып та йомған араларҙа
Йоҡларға тип ятҡан сағында,
Казармаһы емерелеп төшөп
Ҡалдылар таш диуар аҫтында..

Емерелде таштар өҫтәренә
Кәүҙәләрен иҙә төштөләр,
Казармала ятып йән бирҙеләр
Ил һаҡларға киткән егеттәр..

Улар киткән ине әрмеләргә
Торорға тип Ватан һағында,
Мәңгелеккә күҙҙәре йомолдо
Атып килгән йәшлек таңында…

Бәхетһеҙ осраҡ тиеп атарҙар,
Ғәйеплеләрен дә табарҙар,
Һөйөклө балаһын ҡайҙан табыр,
Ул үҫтергән әсәй, атайҙар....

Әсә улын ғүмер буйы көтөр
Тере түгеллеген белһә лә,
Йөрәк ышанмаҫлыҡ был хәбәрҙең
Өндә икәнлеген күрһә лә..

Аталары һөйгән улдарының
Ҡәберенә килеп һыҡтарҙар,
Уң ҡанаты булған улдарының
Кәртешкәһен наҙлап һыйпарҙар..

Башҡорт иле тағы биш егеттте,
Биш буласаҡ ирҙе юғалтты,,
Биш ғаилә тыумайынса ҡалды…
Һөйөү гөлөн әжәл һулытты.

Ҡәҙер кисе ине мосолманда…
Егерме өс ғүмер өҙөлдө,
Тыуған Ватанына антын биргән
Йәш һалдаттар ергә күмелде..

Ниңә һуң был ғәҙелһеҙлек тиеп
Күккә күтәрелә ҡулдар ҙа,
Раббыҡайым, үҙең түҙемлек бир,
Оло ҡайғыларға сыҙарға…..

Йәнкәйҙәре сыҡмай ҡалған ун туғыҙы
Ғүмер буйы ғәрип ҡалырҙар,
Әрмеләге бер ай хеҙмәттәрен
Илап, әрнеп иҫкә алырҙар..

Ҡайғы хөкөм иткән күңелдәрҙә
Урын да бар хаҡлы һорауға,
Яуапһыҙлыҡ өсөн яуаплылыҡ
Хаҡһыҙ төшмәйме һуң хоҙайға..

Йәндәрегеҙ йәннәттәрҙә булһын
Яңы барған йәп-йәш һалдаттар,
Һуғышһыҙ көйөнсә ҡорбан булған
Антын биргән ул - азаматтар…

14.07.2015

Фәүзиә Ҡотлогилдина

Сығыу ваҡыты 12-07-2018, 12:45 | Ҡаранылар: 112
|
  • Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө
  • Тағы авария. Тағы автобус…
  • Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө
  • 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө
  • «Һалдат һуғышты һайламай»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM