RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ишәйҙәр кәкүк сәйенә сыҡты

22.06.2018 Ишәйҙәр кәкүк сәйенә сыҡты

Ишәйҙәр кәкүк сәйенә сыҡты
Халҡыбыҙ борондан йәй башында кәкүк сәйенә сыҡҡан. Тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторолған, сәй табыны әҙерләнгән, Күккә ҡарап, йылдың уңышлы, илдең имен килеүен һораған, теләктәр әйтелгән.
Ошондай йолалар онотолоп бара, ә был иһә халыҡ өсөн ҙур юғалтыу, шуға күрә әҙерәк артҡа ҡарап, үткәндәр тураһында уйланып, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, һис шикһеҙ, файҙалы булған йолаларҙы тергеҙергә кәрәк.
Бындай байрам Ишембай районы Ишәй ауылында тәбиғәт ҡосағында йәмле Һәләүек буйында Ҡыҙҙар тауы итәгендә үтте. Уны үткәрер өсөн ауылдың барлыҡ балалары үҙҙәренең әсәйҙәре, өләсәйҙәре менән йыйылышып килде. Тантананы Ишәй ауылы хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова асты һәм байрамды ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Серле ҡош Кәкүккә бәйле легендаға арналған иҫ китмәле матур “Кәкүк сәйе” театрлаштырылған тамашаһында Сурия Ракаева, Сәфәрова Лена , Гөлфиназ Әхмәтйәнова етәкселегендәге мәҙәниәт йортоноң “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективының талантлы балалары сығыш яһаны. Ағинәй ролен башҡорт теле уҡытыусыһы – Минира Сәғәҙәтова оҫта итеп башҡарҙы. Уҡыусылар өҙҙөрөп бейене, шиғырҙар һөйләне, төрлө уйындар уйнаны. Йылдың матур килеүен, илгә ырыҫ ҡуныуын теләп, ағасҡа ҡыҙыл таҫмалар бәйләнде, кәкүккә өлөш сығарылды. Өҫтәл милли аштар – сәк-сәк, гөбәҙиә, ваҡ бәлеш, ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ, ҡаҡтарҙан һығылып торҙо.Балалар сәйҙән һуң кәкүктән йәш һоранылар, уға арнап йырҙар башҡарҙылар.
Байрамдың бағымсыһы Алмаз Сәғәҙәтов тарафынан махсус саҡырылған ҡунаҡтар байрамға айырыуса дәрт һәм йәм өҫтәне.
“Мәргән уҡсы” ойошмаһы тарафынан үткәрелгән уҡтан атыу буйынса мастер-кластар һәм ярыштар халыҡ күңеленә хуш килде. Шулай уҡ Салауат ҡалаһынан “Яугир” хәрби –патриотик клубы, Стәрлетамак ҡалаһынан “Батыр” һәм “Витязь” спорт клубтары, “Краповые береты” ветерандар ойошмаһы йәш быуында илһөйәрлек, рух тәрбиәләү маҡсатында сығыштары менән ҡыуандырҙы. Шулай төрлө майҙансыҡтарҙа халыҡ милли уйындары ла ойошторолдо.
Был күркәм йола байрамынан ата-әсәләр, балалар, килгән ҡунаҡтар ҡәнәғәт ҡалдылар. Ойоштороусылар бындай йола байрамын йыл һайын үткәреү ниәте менән таралышты.

тип хәбәр итте беҙгә Гөлфиназ Ильясова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне