НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Хәйбуллала ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асылды

Хәйбуллала ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асылды


Хәйбуллала ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асылдыБөгөн Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙың Еңеү паркында ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асылды. Сара тәү сиратта Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды.
Һәйкәлде эшләтеүгә район хакимиәте аҡса бүлде һәм районда йәшәгән барлыҡ пограничниктар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе.
Районда төрлө йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр һаны өс йөҙҙән ашып китә, уларҙың йәмәғәт ойошмаһы ла һуңғы йылдарҙа әүҙем эшләй. Район үҙәгендә сик һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл асыу ҙа уларҙың башланғысы. Был матур эште район хакимиәте, урындағы ДОСААФ ойошмаһы күтәреп алды.
Ил сиге һаҡсылары Ватаныбыҙҙың данлы йолаларына тоғро ҡала. Байрам тантанаһынан күренеүенсә, улар бөгөн дә алғы һыҙатта.
28 майҙа сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Йәшел фуражкалылар был көндө ҙур байрам итеп уҙғарырға ғәҙәтләнгән. Хәҙер улар өсөн районда үҙ иҫтәлекле урындары – бөтә быуын пограничниктарға ла арналған һәйкәл ансамбле барлыҡҡа килде.
тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова

Сығыу ваҡыты 25-05-2018, 18:06 | Ҡаранылар: 129
|
  • Әбйәлилдә пограничниктарға арналған һәйкәл асылды
  • Зәйнәб Биишеваға арналған һәйкәл һәм сквер асылды!
  • Еңеү паркында тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәл буласаҡ
  • Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл буласаҡ
  • Тальян гармунға 17 майҙа һәйкәл асыласаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM