RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

31.03.2018 31 март

31 март
Ошо көндә Төньяҡ Америка ҡитғаһында беҙҙең бәләкәй генә бер “мөйөшөбөҙ” булыр ине. Әгәр Алясканы һатмаһаҡ. 1867 йылдың 30 мартында Вашингтонда Рәсәйҙән Алясканы һәм Алеут утрау­ҙарын 7,2 миллион долларға һатып алыу тураһында Рәсәй – Америка килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Һатыу тураһында ниәт 1853 йылда барлыҡҡа килә. Бәлки, кемдер унан да алдараҡ уйлаған булғандыр. Әммә Көнсығыш Себерҙең генерал-губернаторы Николай Муравьев-Амурскийҙың тәҡдимен нығыраҡ “ишетәләр”.
Алясканы донъя өсөн рус экспедицияһы асҡан. Шуға ла Рәсәйҙеке һаналған, имеш. Һатылған ваҡытта унда, 2500 Рәсәй кешеһенән тыш, яҡынса 60 мең индеец һәм эскимос йәшәгән.
XIX быуат башында Аляска ҡиммәтле тиреле йәнлектән килем килтергән, тик ярты быуат тирәһе үткәс, был алыҫтағы төбәкте “аҫрау” үҙен аҡламай башлаған. Башҡа сәбәптәр ҙә табылғандыр инде, һатыу тураһында фекер береһенең ”эсенә инеп ҡунғас”.
Шулай итеп, 1866 йылдың декабрендә император Александр Икенсе, кенәз Константин, финанс, диңгеҙ министрҙары, Рәсәйҙең АҠШ-тағы илсеһе ҡатнашҡан кәңәшмә үткән дә, бөтәһе лә һатыу ниәтен хуплаған. Өс айҙан килешеү проекты әҙер булған һәм 30 мартта уға ҡул да ҡуйылған. Алтынлата 7,2 миллион долларға торошло булған Аляска. Беҙҙең бөгөнгө аҡсаға күсергәндә яҡынса 27,5 миллиард һум.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп

10.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп


Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт


Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте


Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!

06.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!


Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ

05.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ


Эшендә уңыштар теләйбеҙ!

04.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эшендә уңыштар теләйбеҙ!