RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ асылыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

23.03.2018 Үҙ асылыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Үҙ асылыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
... Ҡыңғырау тауышын ишетеү менән барыһы ла коридорға атылды. Кабинетта минән башҡа ике ҡыҙ ғына тороп ҡалды.
– Йонсотто мине был уҡыуҙар, етмәһә, алда БДИ! – тип һүҙ башланы Зөһрә.
– Их, кейәүгә сыҡһаң ине! Ысынлап, ҡыҙҙар, берәй байға тормошҡа сығаһың да, вәссәләм! Уҡырға ла, эшләргә лә кәрәкмәй. Иң мөһиме, аҡса кеҫәңдә тулып ятасаҡ, – был уның янында ултырған Таңсулпандың һүҙҙәре.
Ошо ваҡыт кабинетҡа килеп ингән Айһылыу ҙа уларҙың эргәһенән буш үтеп китә алманы:
– Ә минең уйымса, ҡатын-ҡыҙ иргә буйһонмай, үҙ аллы йәшәргә тейеш. Уҡып берәй һөнәр алып, эшкә инәһең, ҙур кеше булаһың да, нимә теләйһең – шуны эшләй­һең. Теләгән ергә бараһың, сәйәхәт итәһең! Үҙеңдең фатирың, машинаң була!
Ҡыҙҙар был һөйләшеү тураһында онот­ҡандыр ҙа инде, ә бына мин уйға ҡалдым.
Сығарылыш кисәһенән һуң оло тормош юлына баҫам. Ҙур уҡыу йортона инеү, яҡшы һөнәр алыу тураһында ғына түгел, ғаиләм хаҡында ла уйланам. Матур туй күлдәге кейеп, биҙәлгән машиналарҙа урам буйлап үтеү, туй табынында һөйгәнең менән йәнәш ултырыу – һәр ҡыҙҙың хыялы. Ошо тантананан башлана ғаилә тормошо. Тик күп йәштәр гөрләтеп, күп аҡса тотоноп, туй үткәрә лә бер аҙҙан айырылышып та ҡуя. Ҡурҡыта ла, уйландыра ла. Ни сәбәптән? Ниңә, элекке замандағы кеүек, йәшлек хисе оло йәшкә тиклем һаҡланмай? Нимә үҙгәрҙе?
Ҡыҙҙарҙың һүҙҙәрендәге аҡса, карьера, байлыҡ беренсе урында торһа, ысын ғаиләгә кеше тормошонда урын ҡалмай бит? Ә мин яратып уҡыған китаптарҙа һүрәтләнгән мөхәббәт ҡайҙа? Минеңсә, ғаилә үҙ-ара ышаныслы мөнәсәбәттә булған, бер-береһен яратҡан ике кешенең бәләкәй генә үҙ аллы дәүләте булып тора. Йәштәрҙең араһында мөхәббәт һаҡланһа ғына ғаилә ныҡлы була, бер ниндәй ел-дауыл да уларға ҡурҡыныс түгел. Был ғаиләлә тыуған бала ла бәхеткә сорнала.
Һуңғы ваҡытта мөхәббәт тураһында күптәр онота башланы шикелле. Ҡыҙҙар, матди яғын уйлап, бай кейәүгә сыға, ә егеттәр етеш донъялы ҡатынды алып йә­шәмәксе. Аҡса аҡса менән, тик ваҡыт үтеү менән ул аҡса ла ғаиләне тотоп тора ал­маясаҡ. Улар араһындағы мөнәсәбәттәр һүнгән усаҡҡа әйләнә. Айырылышыу һәм үткәндәр өсөн үкенеү ғазапҡа әүерелә.
“Карьера эшләйем дә, шунан һуң ғына кейәүгә сығам”, – тигәнде хәҙер йыш ишетәбеҙ һәм быға аптырамай ҙа башланыҡ. Эйе, күп ҡатын-ҡыҙ бөгөн үҙ донъя­һын үҙе ҡора, тормошта ҙур кеше булып, үҙ урынын таба. Ирҙәр менән бер рәттән бизнеста, дәүләт органдарында һәм башҡа ерҙәрҙә матур итеп эшләй. Тик күптәре ваҡыт үтеү менән яңғыҙлыҡтан арый, ғаилә ҡороу, бала табыу тураһында уйлана башлай. Минеңсә, ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы иң беренсе бурысы – кейәүгә сығып, өй йылыһын һаҡлау, илгә кәрәкле ул-ҡыҙҙар тәрбиәләү! Ә ир-егеттәр? Ниңә улар ҡатындарына юл биреп, улар артына йәшенеп ҡала? Бала ҡарау ҙа ҡатын-ҡыҙ елкәһендә, ә илен һаҡлар, ғаилә тотҡоһо булырҙай ир-егеттәрҙе атайҙар тәрбиәләргә тейеш бит.
Ҡыҙҙар менән һөйләшкәндә, икенсе милләт кешеһенә кейәүгә сығыу тураһында уйҙарын белмәгәнмен, тим. Ысынлап та, илебеҙҙә ҡатнаш ғаиләләр һаны көндән-көн арта. Ике төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрҙә үҫкән йәштәр, ваҡыт үткәс, ашаған ашы, кейгән кейеме, йыр-бейеүе, килеп сыҡҡан хәлдәргә ҡараштарының тап килмәүе менән осраша. Был ғаиләне ҡаҡшата, артабан бергә йәшәү кәрәкме, тигән уйға һала. Йәшәп киткәндәр ҙә бар. Ләкин беҙгә, башҡорттарға, ҡатнаш ғаиләләр кәрәкме? Әлбиттә, юҡ! Башҡорт йырҙарын йырлар, бейеүҙәрен бейер, башҡорт илен һөйөр малай-ҡыҙҙарҙы кем үҫтерер?
Йәштәргә әйтер һүҙем шул: яратҡан тиңебеҙҙе үҙебеҙҙең аранан эҙләйек, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, татыу ғаилә ил күрке икәнен онотмайыҡ!

Фаягөл ИСМӘҒИЛЕВА,
Республика политехник лицей-
интернатының 11 «Б» класы уҡыусыһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Мин башҡортса һөйләшәм" һәм мин башҡортса йырҙар тыңланым!

Китапхана ул...

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Китапхана ул...


Өләсәһенең дарыуын ашаған

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өләсәһенең дарыуын ашаған


Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?


Ифтарға бер юлы 15 мең кеше!

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ифтарға бер юлы 15 мең кеше!


1000 түгел, 12000 сәпитсе үтте урам буйлап

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 1000 түгел, 12000 сәпитсе үтте урам буйлап


Аграрийҙар яҙғы сәсеүҙе бына-бына тамамларға тора

Буш шешә йыябыҙмы?

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Буш шешә йыябыҙмы?


Етди сирҙәре булғандарға ғына кисектереү биреләсәк

Күмертауҙың элекке мэры БР Хөкүмәтенең яңы вице-премьеры ителде

Кейемдәр йоҡара...

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кейемдәр йоҡара...


Бөгөн байрамдарын билдәләүсе изге һөнәр эйәләренә арнала