RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Беҙҙең ғаилә таланты»

02.03.2018 «Беҙҙең ғаилә таланты»

«Беҙҙең ғаилә таланты»Иғтибар! «Йәшлек» гәзите төркөмөндә яңы видеопроект!

Баласаҡ иле… Кем әйтә унда, ундай ил юҡ, тип? Бар ул, бар! Был хаҡта күптәр белә, хисләнеп ошо илде һағына, ул хатта беҙҙең төштәребеҙгә инә. Тик уға әйләнеп ҡайта торған юлды берәү ҙә белмәй. Кемдәр Баласаҡ илендә булған, уның иҫ китмәле матур, серле, иркә миҙгелдәргә бай икәнен ғүмере буйына тулҡынланып хәтерләй.

«Йәшлек» гәзите мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында (7 йәшкә тиклем) «Беҙҙең ғаилә таланты» тип аталған видеоконкурс иғлан итә.
Хис, Аҡыл, Аң һәм Һәләт балаға Тәбиғәттән бирелә, тиҙәр. Ә бала ете йәшкә тиклем, хистәренә сорналып, Тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Был осорҙа уға тәүге орлоҡтарҙы дөрөҫ һалыу үтә мөһим. Мәктәпкәсә йәштәге балаһының тәүге һәләттәрен күреп, бәхетле минуттар кисергән, сикһеҙ ғорурланған ата – әсәләр арабыҙҙа бик күп. Йырлаһа тауышы, бейеһә дәрте, эшләһә ҡулы бар тигәндәй, һеҙҙән
- «Йыр»
- «Бейеү»
- «Телмәр»
- «Һөнәр оҫтаһы»
номинациялары буйынса балағыҙҙың ижади һәләтен мәңгеләштергән видеоҙмалар көтәбеҙ!

«Беҙҙең ғаилә таланты» видеоконкурсы 1 март — Башҡорт ғаиләһе көнөндә башланып, 1 июнь — Балалар көнөндә тамамланасаҡ. Ул ике йәш категорияһында барасаҡ: биш йәшкә тиклем һәм 5-7 йәшлектәр араһында. Шуға күрә баланың йәшен күрһәтергә онотмағыҙ.
Ҡатнашыусыларға «Бәйләнештә» сайтында был ярыш тураһындағы яҙманы репост яһау мотлаҡ. Редакция коллективы тарафынан еңеүселәр һәм һәр номинацияла иң күп «лайк» йыйыусылар билдәләнәсәк.

Иғтибар! Бәйгегә ебәрелгән видеофайлдарҙың регламенты 2 минуттан артмаҫҡа тейеш, ә «Һөнәр оҫтаһы» номинацияһында билдәләнгән ваҡыт — 3 минут.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне