RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дуэттарҙан торған тамаша!

02.02.2018 Дуэттарҙан торған тамаша!

Дуэттарҙан торған тамаша!Бер-береһе өсөн яратылған сәхнә парҙары була: йырҙары хистәргә тулы, үҙҙәре лә бар күңелен биреп, ошо йыр эсендә “йәшәй”, ярата, һағына, ғазаплана. Шуға ла уларҙы тамашасы айырыуса ярата, яҡын күрә. Тик был йырсыларҙы һис кенә лә ғаилә парҙары менән бутарға ярамай.
Башҡорт эстрадаһының иң тәүге “мега” популяр пары тип [id89305341Резеда Әминева] менән Фәрүәз Урманшинды атарға булыр ине. Улар 15 йыл буйы бергә ижад итә, концерттарҙа сығыш яһай. Тәүге осорҙа ниндәй генә имеш-мимеш сыҡманы, хатта йырсыларҙы “өйләндереп” ҡуйыусылар ҙа табылды. Әммә был ике йырсы ғәйбәттәр­ҙән өҫтөн булып, һәр береһе үҙ ғаиләһенә тоғро ҡалып, бөгөн дә бергә ижад итә. “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?”, “Ете яттар инек”, “Мәңгегә яраттым”, “Донъя матур” кеүек бик күп йырҙы улар тамашасы хөкөмөнә бергәләп сығарҙы һәм хитҡа әйләндерҙе. Уларҙың популярлығын күреп белгән бик күп йырсы яңы сәхнә пары булып халыҡ алдына сығырға батырсылыҡ итте, тип әйтһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ.
4 февралдә баш ҡаланың Йәштәр мәҙәниәт һарайында тәүге тапҡыр дуэт-шоу тәҡдим ителә. Унда алдан яҙып үткән йырсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Резеда Әминева менән Фәрүәз Урманшин ҡатнаша. Шулай уҡ киң билдәлелек яулаған сәхнә парҙары – Флера Шәрипова менән Ирек Ғәлимов, Венера Юлгилдина менән Сәйет Билалов, Фәриҙә Ғаззалова менән Филүс Ҡасимовты ла тыңлау мөмкинлеге буласаҡ. Тағы ла бер серҙе сисәбеҙ: концертта йәш йырсы, Өфө сәнғәт училищеһы студенты Лев Ҡолошев та үҙенә пар һайлаясаҡ! Бындай ваҡиғанан ситтә ҡалмайыҡ!
Проект авторы – Ғәлинур Юламанов.
Киске сәғәт 7-лә башланған кон­цертҡа рәхим итегеҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне