RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Звезда» телеканалы Миңлеғәле Шайморатов тураһында фильм төшөрә

21.11.2017 «Звезда» телеканалы Миңлеғәле Шайморатов тураһында фильм төшөрә

«Звезда» телеканалы Миңлеғәле Шайморатов тураһында фильм төшөрәРәсәйҙең «Звезда» телеканалы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында документаль фильм төшөрә. Фильм — «Армия легендалары» циклы серияларының береһе. Был проект Рәсәйҙең легендар хәрбиҙәре тураһында телеочерк булараҡ 2016 йылдан бирле бара.

Башҡортостанға сценарий авторы Татьяна Сорокина һәм оператор Илья Ушаков килде. Ике көн буйына ижади төркөм Ҡырмыҫҡалы районында, геройҙың тыуған төйәгендә фильм төшөрҙө.

«Башҡортостан фильмда төп урынды биләй. Мөмкинлек булһа, Кремль полкына барырға ниәтләйбеҙ. Архивтар менән ҙур эш башҡарыу бурысы тора — видеоархивтарҙы, документтарҙы һайлап алырға кәрәк, — тип һөйләне фильмдың авторы. — Ҡырмыҫҡалы районында беҙҙе ҡаршы алдылар, хәстәрлек күрҙеләр. Һәйкәл янында Сталинград һуғышына арналған сара — митинг, сәскә һалыу ойошторҙолар. Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмау, уларҙы башҡарырға әҙер тороу — үҙ геройыңа һөйөү шунда сағылалыр ҙа инде».

Татьяна Сорокина фильм төшөрөүҙә ярҙам күрһәткән барлыҡ республика халҡына рәхмәт белдерҙе.

«Геройығыҙҙы яратмау мөмкин түгел, сөнки мин уға ҡатнашы булғандарҙың күҙҙәре янып тороуын күрәм, һәм уның һеҙҙең өсөн ни тиклем изге һәм мөһим икәнлегенә төшөнәбеҙ», — ти автор.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, геройҙың иҫән туғандары юҡ, ә ошо ваҡиғаларҙың шаһиттары ҡалмаған тиерлек, тип билдәләне Татьяна Сорокина. Әле ижади төркөм Башҡортостандың Милли музейында документтар менән таныша. Автор һүҙҙәренсә, фильмда Ҡадир Даян шиғырына Заһир Исмәғилев ижад иткән Шайморатов генерал тураһында йыр ҙа яңғырай.

38 минутлыҡ фильмдың эфиры 2018 йылға билдәләнгән. Уны 23 февралдә, генерал Шайморатов һәләк булған көндә күрһәтеүҙәре лә ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне