НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һикһән йәштә лә – «Йәшлек» менән!

Һикһән йәштә лә – «Йәшлек» менән!


Һикһән йәштә лә – «Йәшлек» менән!«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсының был аҙналағы еңеүселәре – Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан Лиза Ишморатова менән Салауат ҡалаһынан З. Әбделмәнова. Улар плед, графин һәм стакандар йыйылмаһы менән бүләкләнә.
«Әсәйем ғүмер буйы гәзит-журналдан айырылманы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йыл һайын бер нисә гәзиткә яҙыла. Гәзитегеҙҙең һәр бер битен ентекләп уҡып сыға. 80 йәшлек атайыма ла ҡысҡырып уҡый. Һәр яңылыҡты белеп ултыралар. Уларҙың бергә тормош ҡороуҙарына быйыл 57 йыл тулды», – тип яҙып ебәргән Лиза инәйҙең ҡыҙы Әлмира Мөхәмәтшина. Ул үҙе гәзитебеҙҙе таратыусы, почтальон булып эшләй икән. Афарин, Ишморатовтар!
Призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.
З. ХӘСӘНОВА.

Сығыу ваҡыты 7-11-2017, 08:00 | Ҡаранылар: 48
|
  • Гәзит тә килер, бүләк тә
  • Сәйнүкле булды Илдар
  • Яҙылғас, бүләге лә бар
  • Бүләк – ҡаҙмаштарҙа
  • Бүләк алып һөйөнөгөҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM