НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Башҡортостан бында башлана...”

“Башҡортостан бында башлана...”


“Башҡортостан бында башлана...”
Хөрмәтле дуҫтар, туғандар, таныштар!
Республиканың ижтимағи-сәйәси баҫмаһы, милләтебеҙҙең маяғы булған “Башҡортостан” гәзите иртәгә, 3 ноябрҙә Конгресс-холда 100 йыллыҡ оло юбилей сараһын үткәрә. Барығыҙҙы ла тарихи сарала көтөп ҡалабыҙ!

Тамашаны билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыштары биҙәйәсәк, шулай уҡ сара алдынан фойела махсус ойошторолған күргәҙәмәлә халыҡ оҫталары үҙ тауарҙарын тәҡдим итәсәк. Исемлектә:
Милли биҙәүестәр һәм башҡа этнотауарҙар эшләүсе “Этно-MARKET” ойошмаһы;
Гүзәл Кәримова һәм уның әсәһе Хәлисә Багаева;
Этник кейем-халым дизайнерҙары Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар;
Милли кейем һәм биҙәүестәр, сувенирҙар оҫталары Сәрүәр Аслаева менән Илдус Ҡолһарин;
Этник тауарҙар оҫтаһы Анжела Ғәзизова;
Ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Фуат Ҡужәхмәтов;
Учалы оҫтаһы, ювелир, алтын һәм көмөштән башҡорт милли биҙәүестәре эшләүсе Р. Вәлиев;
Ювелир изделиелары, сувенирҙар етештереүсе “Учалы йәшмәһе” ойошмаһы, Земфира Ғәйнетдинова.
Шулай итеп, бер урында, бер ваҡытта ҙур байрам сараһында ҡатнашырға һәм зауығығыҙға тура килгән, күңелегеҙгә ятҡан уникаль тауарҙар һатып алырға була. Һирәк мөмкинлектән тороп ҡалмағыҙ!
Көтәбеҙ! Инеү бушлай! Күргәҙмә киске сәғәт 6-ла, сара сәғәт 7-лә башлана.

Сығыу ваҡыты 2-11-2017, 11:08 | Ҡаранылар: 276
|
  • Кисәгә килегеҙ, иң шәптәрҙе күрегеҙ!
  • Яҡташтар тәүге юбилейға йыйыласаҡ
  • Ейәнсуралар, осрашыуға килегеҙ!
  • Ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнергә теләһәгеҙ
  • «Башҡортостанда тыуғандар»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM