RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Мәктәп вальсы” беҙҙе саҡыра

23.10.2017 “Мәктәп вальсы” беҙҙе саҡыра

“Мәктәп вальсы” беҙҙе саҡыра“Мәктәп вальсы”, “Арҡайым”, “Кисерегеҙ”, “Батырҙар йыры”, “Тәгәрәп китте йөрәгем”, “Өс мөйөшлө хаттар”... Был йырҙарҙы инде нисәмә быуын тамашасы яратып тыңлай, үҙ итә. Ғүмерҙең – бер мәл, мөхәббәт һәм илһөйәрлек тойғоларының мәңгелек ҡиммәт икәне тап ошо үлемһеҙ йырҙар аша беҙҙең күңелдәргә уйыла ла инде...
Уларҙың авторы Зөһрә апай Фәйзуллина кемдәрҙер өсөн күптән яратҡан шағирәгә әүерелгән, иң уңышлыларға унда белем алыу бәхете лә татыған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырҙарын яратып тыңлап та, уның авторы кем икәнлеге хаҡында уйланмағандар ҙа осрай. Улар өсөн Зөһрә апайҙың исеме ят булып ҡала килә. Ә уның күңеленән сыҡҡан бит был илаһи моңдар, кү­ңел хистәрен әйтеп бирер шиғыр юлдары...
Үткән ижад миҙгелендә Сибай фи­лармонияһы артис­тары шағирә, көй­сө, драматург, данлыҡлы педагог Зөһрә Фәйзулли­наның 70 йәшлек юбилейына ҡарата “Йырҙарымда – асылым” тип атал­ған бай йөкмәткеле концерт программаһы ҡуйғайны. Ни­һайәт, был тамаша, тағы ла байытылып, баш ҡала артистары менән берлектә Өфө ҡалаһы сәхнәһендә лә күрһәтеләсәк. Флүрә Кил­дейәрова, Нәзифә Ҡади­рова, Алһыу Бәхтиева, Әлфиә Юлсурина, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Лилиә Ишемйәрова, Юнир Һағынбаев һәм башҡа йыр сәнғәте әһелдәре Сибай филармонияһы артистары менән бергә ҙур концертта тик Зөһрә Фәйзуллинаның ғына йырҙарын башҡара!
25 октябрҙә Өфө балалар филармонияһы (РТИ) залында киске сәғәт 7-лә үтәсәк концертҡа рәхим итегеҙ! Билет хаҡы – 300 һум.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне