RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙҙоң батырлығы

03.08.2017 Йондоҙҙоң батырлығы

Йондоҙҙоң батырлығы(Ошондай ҡушаматлы бейә айыуҙан таланһа ла, ҡолонон һаҡлап ҡалған)
Был бик ғибрәтле хәл үткән шишәмбелә, 1 августта Йылайыр районының Һабыр ауылында булған. Хажиевтар ғаиләһе көндәлек эш менән мәшғүл: Ғаяз ағай һарыҡ көтөргә киткән, ҡатыны Альбина йорттағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш менән булышҡан.
“Төштән һуң беҙгә күршеләр килде һәм урманда һеҙҙең бейә менән ҡолондо айыу йыҡты тип хәбәр итте, - ти хужабикә. - Быға тәүҙә ышанманым, кисен ирем ҡайтҡас ҡына ысын икәнен белдек”.
Айыу бейәнең һул яғын, ҡорһаҡ тирәһен һеңергә үткәнсә сапсыған, муйынын аҡтарған. Йыртҡыс ҡолондо йығырға уйлаған, ләкин әсәһе уны һаҡлап ҡаршы сыҡҡан.
Әйткәндәй, был бейә быға тиклем дә айыуҙан зыян күргән. Ете йыл элек хужаһы уны ағасҡа бәйләп ҡалдырған, ҡолоно янында йөрөгән. Тайыштабан ҡолондо йыҡҡан, әсәһе бер ни ҙә эшләй алмаған. “Йондоҙ” быға бик ҡайғырҙы, оҙаҡ ваҡыт ҡолонлай алманы”, - ти хужалары.
Әле йәрәхәтләнгән бейәне ветеринар ҡарай, яраларын эшкәртә, уколдар ҡаҙай. “Туҡай” ҡушаматлы ҡолон әсәһенән бер аҙым да ситкә китмәй.
Был хәл тураһында хәбәрҙе “Бәйләнештә”селтәрендәге төркөмөбөҙгә ҡуйғас, күптәр аптыраны. “Айыу һуҡҡан яраға айыу майы һөртөргә кәрәк, яраһы тиҙерәк йүнәлә, һуйып ҡына ҡуймағыҙ инде шундай ҡыйыу бейәне... Афарин, малҡай!”, “Ат йүнәлеп кенә китһен инде! Афарин, үҙенең ҡолонон ҡотҡарғас, тик, зинһар салып ҡуймағыҙ, ат ышаныслы, шәбәйеп кенә китhен инде! - тиҙәр беҙҙең дуҫтар.
Ҡыйыу бейәнең йәрәхәттәре тиҙерәк йүнәлеүен, уға һәм ҡолонона айыу башҡаса теймәһен, тип теләйбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне