RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рөстәм Хәмитов парламентҡа Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте

20.04.2017 Рөстәм Хәмитов парламентҡа Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте

Рөстәм Хәмитов парламентҡа Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте. Ул депутаттар корпусына башҡарма власть органдары менән конструктив үҙ-ара килешеп эш итеүҙәре һәм Хөкүмәттең закон сығарыу башланғыстарын хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. «Бөгөн ошолай бер-береңде аңлау, хеҙмәттәшлек итеү айырыуса мөһим. Бергәләп күп кенә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәндек, иҡтисад өсөн яңы үҫеш нөктәләре, традицион тармаҡтар өсөн үҫеш мөмкинлектәре булдырабыҙ. Киләсәктә лә шулай эшләргә кәрәк».

Республика Башлығы төп макроиҡтисади күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһын, финанс тотороҡлоғон нығытыуҙы, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙе уҙған йылдың төп ҡаҙанышы тип атаны. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса, сәнәғәт етештереүе күләме 2,6 процентҡа артҡан, ауыл хужалығында үҫеш — 1 процент самаһы, төп капиталға инвестициялар индексы 104,2 процент тәшкил иткән (ошо күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты яуланы).

«Бюджет системаһында лайыҡлы күрһәткестәргә өлгәшелгән — йыл 10 миллиард һум профицит менән тамамланған. Барлыҡ социаль әһәмиәтле йөкләмәләр тулы күләмдә финансланған, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына эш хаҡын арттырыу буйынса юл карталары тормошҡа ашырылған. Дөйөм алғанда, хеҙмәт хаҡының реаль үҫеше күҙәтелде, эшһеҙлек кимәле кәмене, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Төбәктә көтөлгән ғүмер оҙайлығы 70 йәштән 71-гә етте, бөтә төр ауырыуҙар буйынса тиерлек үлем осраҡтары кәмене. Республика ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ресурстар йәлеп итеп, алға табан бара».

Рөстәм Хәмитов демографик хәлдең насарайыуын әлеге көндә иң киҫкен проблемаларҙың береһе тип атаны. «Был хеҙмәт ресурстарының кәмеүенә лә бәйле. Йыл йомғаҡтары буйынса республиканың күп кенә ҡала һәм райондарында ошо йәһәттән ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Хөкүмәт бер нисә тапҡыр был мәсьәләне ҡараны. Алдағы йылдарға тейешле бурыстар билдәләнде. Граждандарҙы, бәләкәй хужалыҡтарҙы, предприятиеларҙы туплау мәшғүллектең, юғары эш хаҡы түләнгән эш урындары булдырыуҙың реаль ҡоралы булып тора. Хеҙмәткәрҙәр ресурстарын һәм компетенцияларын берләштереп, күмәкләп мәсьәләләрҙе хәл итһен өсөн коллектив милек формаларын булдырыуға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Хөрмәтле депутаттар, ошо һәм башҡа төп бурыстарҙың хәл ителеүенә иҫәп тотам», — тип мөрәжәғәт итте республика Башлығы йыйылыусыларға.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне