НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе

Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе


Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе
Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура линия ойошторолдо. Төбәк халҡы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ике сәғәт ярымдан ашыу дауам итте, тиҫтәләгән һорау бирелде. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Бөтә Өфө», «РБК-Өфө» телеканалдарында ҡарарға, «Рәсәй радиоһы Башҡортостан», «Спутник FM» радиостанцияларында тыңларға мөмкин булды.

Эфир башына республика халҡынан туғыҙ меңдән ашыу һорау килде. Күптәре төбәк башлығына туранан-тура мөрәжәғәт итергә маташты – тура эфир барышында студия телефонына бик күп шылтыратыуҙар булды. Күбеһенсә кешеләрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл һәм төҙөлөш (37 процент), һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау (23 процент), иҡтисад (17 процент), мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт (9 процент), экология һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү (5 процент) мәсьәләләре борсой. Ҡалған туғыҙ проценты шәхси һорауҙар булды.

Конгресс-холл студияһына, телеканал алып барыусылары менән бер рәттән, төрлө эшмәкәрлек өлкәләре вәкилдәре саҡырылғайны. Эфирға тиклем бер нисә көн ҡалғас 23 ҡала һәм районда төбәк халҡының мөрәжәғәттәрен яҙыу өсөн телемайҙансыҡтар ойошторолдо, унда теләгән һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа үҙ һорауын бирә алды.

«Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуы республика телеканалдарында һуңғы ете йыл дауамында эфирға сыға һәм йылдан-йыл халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай.

Сығыу ваҡыты 14-04-2017, 10:21 | Ҡаранылар: 403
|
  • Башҡортостан Башлығы “тура бәйләнеш”тә халыҡ менән аралаша
  • Рөстәм Хәмитов менән “тура эфир”
  • Һайлауҙар ваҡытынан алда үтәсәк
  • Халыҡ сәйәси хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына
  • Өс һөйләм менән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM