RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Земфира Ғәҙелшина - Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты!

25.01.2017 Земфира Ғәҙелшина - Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты!

Земфира Ғәҙелшина - Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты!Баймаҡ үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ, күренекле журналист Юлай Хөрмәт улы Мәҡсүтовтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә уның туғандары, яҡындан белгән кешеләр, китапханасылар йыйылды. ”Йәшлек” гәзитенең көньяҡ райондары буйынса үҙ хәбәрсеһенең – баҡыйлыҡҡа күсеүенә ун бер йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Әммә беҙ уны, йәштәрҙең, ғөмүмән, ауыл эшсәндәренең тормошон, уларҙың проблемаларын бөтә асылында яҡтыртҡан үткер, ҡыйыу мәҡәләләрен һаман да онотмайбыҙ. Тиккә генә ул “Йәшлек”тең бәҫен күтәреүсе иң көслө журналистарҙың береһе булманы.
Үкенескә ҡаршы, Юлайҙың ғүмере үтә ҡыҫҡа булды, әммә башҡарған эштәре, изгелектәре менән гәзит уҡыусыларҙың күңел күгендә ҡабатланмаҫ бер йондоҙ булып мәңгелеккә уйылып ҡалды.
Тыуған яғыбыҙҙың ялҡынлы патриотының исемен мәңгеләштереү, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади әүҙемлеген күтәреү, уларҙы дәртләндереү маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы 2008 йылда Ю.Мәҡсүтов исемендәге район журналистика премияһын булдырҙы. Ошо ваҡыттан бирле был премияның лауреаттары араһында Зөлфиә Сафина, Гүзәл Иҫәнгилдина, Айгөл Иҙелбаева һәм “Атайсал” гәзитенең хәбәрсеһе Резеда Усмановалар ҙа бар.
Кисәлә комиссияның рәйесе хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Лилиә Фәйзулла ҡыҙы Ғәниева былай тине:
- "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмөнә инеп уҡып бараһығыҙҙыр, унда Юлай Мәҡсүтов менән аралашҡан, уның мәҡәләләре геройҙары булған кешеләр яҙма аҫтына фекерҙәрегеҙҙе ҡалдырығыҙ, иҫтәлектәр менән уртаҡлашығыҙ, тип яҙылғайны. Унда үҙебеҙҙең хәтирәләребеҙҙе яҙайыҡ, сөнки Юлай Мәҡсүтовты белмәгән, хәтерләмәгән кешеләр бик һирәктер.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина яҡташыбыҙ тураһында бик күп хәтирәләре менән уртаҡлашты. Премияның мөһимлеген билдәләп, маҡсатыбыҙ – Юлай Мәҡсүтов кеүек ҡыйыу, сая рухлы ҡәләм тирбәтеүселәр эҙләү, тип белдерҙе.
Ниһайәт, быйылғы лауреаттың исеме әйтелде. Ул - "Баймакский вестник" гәзите хәбәрсеһе Земфира Ғәҙелшина! Баймаҡ район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина лауретты ҡотлап, бәҫле һүҙҙәр, йөмәткеле хәбәрҙәр, тәрән уйлы телмәрҙәр яратҡан Юлай Мәҡсүтов рухына тап төшөрмәй эшләүен, ижад итеүен теләне. Заманында кеше тормошоноң шатлыҡтары, көйөнөстәре менән янып йөрөгән талантлы журналистың исеме беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне