НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете

Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете


Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете

Нисек тамаҡ туйҙырырға? - тиеп,
Ҡайғырған саҡ ҡалды иҫләргә.
Бары булыр кәрәк һиҙгер, көндөҙ,
Кем онота келәт бикләргә.
Кисен сығам бер ни булмағандай,
Һуҡмаҡ һалам күрше келәткә.
Асыҡ ҡалған ишектән инеүгә
Юлығам мин һимеҙ, мул иткә.
Төн йоҡомдо йоҡламайым, әммә,
Бурлыҡта йөрөп эс кәпәйтәм,
Иҫһеҙ-ғәмһеҙ күрше хужаларҙы
Ауыҙ йырып, шулай һемәйтәм.
Шөкөр тием Хоҙайыма, шөкөр,
Һуғым ите ашап, һимерҙем.
Ауыл халҡы һуғым һуймаҫ элек
Ни эләкте, шуны кимерҙем.
Әле бары ҡыш уртаһы ғына,
Һуғым ите етер, яҙғаса.
Тик хужалар ҡалдарһындар ғына
Ишек-келәләрҙе япмайса.
Хәлиҙә Ишдәүләтова

Сығыу ваҡыты 13-04-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 287
|
  • Киләһе аҙнала һыуытып кире йылытасаҡ - һуғым һуймай тороғоҙ
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Лотерея билеты
  • Һыуытҡыс ҡына аҙ
  • Яғаңды биш тотоп йәшә!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)



  • Радио Юлдаш FM