НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ә беҙҙең ауылда... (25 ноябрь)

Ә беҙҙең ауылда... (25 ноябрь)


Ә беҙҙең ауылда... (25 ноябрь)
Был аҙнала беҙ Ауырғазы, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Минира БИКӘНӘСОВА, Ауырғазы районы:
– Ауырғазы районының Төрөмбәт мәҙәниәт йортонда Әсә көнөнә арналған Ағинәйҙәр ҡоро үтте. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Ғәфүрә Юлмөхәмәтова әсәләрҙең бөйөклөгө, уларҙың ғаиләләге һәм йәмғиәттәге роле тураһында һөйләне. Тамашасыларға матур шиғырҙар, моңло йыр-бейеүҙәрҙе район мәҙәниәт йортонан килгән Фәнәғәт Юлмөхәмәтов, гармунсы Илгиз Насиров, һәүәҫкәр йырсылар Шәрифә Йәлилова, Альбина Әхмәтова, Гүзәлиә Шәмсетдинова бүләк итте.
Сарала ҡатнашҡан һәр кем үҙен борсоған проблемалар хаҡында һөйләне, ауылдағы ҡайһы бер йәмһеҙ күренештәр тураһында ла фекер алышты. Сер түгел, хәҙер һәр ауылда еңел кәсеп менән аҡса табыусылар күбәйҙе, арзан, ағыулы “шайтан һыуы”н һатып байыусылар ауылдарыбыҙҙың ҡотон бөтөрә, милләтебеҙҙе ҡорота, киләсәгебеҙҙе юғалтыуға алып бара. Бына ошо бәләгә ҡаршы нисек көрәшергә? Һатыусыларға штрафтар бик түбән, ҡаты закондар сығарып, түләп бөтөргөһөҙ штраф һалырға кәрәк ине, тине инәйҙәр. Хәйер, бөгөнгө менән генә йәшәп, байлыҡ тураһында уйлаған был кәсепселәр имандан алыҫ... Хоҙай язаһынан ҡурҡмаһалар, кеше рәнйешенән, атаһы йә әсәһе эскеһенән ғазап сиккән балаларҙың күҙ йәшенән ҡурҡһындар ине. Йәштәрҙе, ололарҙы иманға, дингә ылыҡтырыу, айыҡ ғаиләләрҙе өлгө итеп ҡуйыу, эскелек һаҙлығына батҡандарға ярҙам ҡулы һуҙыу – хәҙерге көндә кисекмәҫтән эшләнә торған эштәр. Ҡатын-ҡыҙҙар советының эшен әүҙемләштерергә кәрәк, тигән фекерҙәр ҙә хупланды.
Кисәлә Гөлгөнә Заһитова, Хәлимә Ҡотлоюлова, Сажиҙә Ильясова үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар менән сығыш яһаны, ағинәйҙәребеҙ изге теләктәр әйтте. Хәҙер самауыр янында йәнле һөйләшеүҙең ыңғай һөҙөмтә биреренә ышанырға ҡала.

Рита ЗАКИРОВА, Әбйәлил районының Асҡар ауылы:
– Беләһегеҙҙер, беҙҙең яҡтарҙа һәр яҡлап әүҙем, талантлы халыҡ йәшәй. Йыл әйләнәһенә мәҙәни, спорт саралары үтеп тора. Ноябрь урталарында район үҙәге Асҡарҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә спорт фестивале уҙғайны. Бик ҡыҙыҡ һәм сәмле был сараны хакимиәттең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.
Апай-һеңлеләрҙе ярышҡа сәмләндерергә ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лениза Сәғәҙиева ла килде. Бында тиҫтәнән ашыу команда ҡатнашты. Улар һикереү, баскетбол кәрзиненә туп ташлау, дартс, эстафета, тағы ла әллә күпме мауыҡтырғыс ярышта көс һынашты.
Беренсе урынды Рауил ауыл хакимиәтенән килгән ҡатын-ҡыҙҙар алды. Амангилделәр ҙә етеҙ булып сыҡты, улар – икенсе урында. Асҡар ауыл биләмәһе командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Гөлбикә КЕЙЕКБАЕВА, Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы, китапханасы:
– 22 ноябрҙә Ниғәмәт ауылында билдәле йәш яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу булды. Кисә алдынан уның китаптары һатылды. Осрашыуҙа Айгиз Ғиззәт улы уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, китаптың яҙылыу тарихы, туғандарының, дуҫтарының яҙмышы тураһында һөйләне. “Ҡалдырма, әсәй!” китабынан өҙөк сәхнәләштерелде. Ауылдашыбыҙ Фәнүрә Ғәббәсова яҙыусыға шундай фәһемле, тетрәндергес китабы өсөн рәхмәт белдерҙе, Зөһрә Мөхәрләмова китапты илай-илай бер тынала уҡып сығыуы, Рәйсә Иҫәнбаева әҫәрҙең ниндәй тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләне. Айгиз Баймөхәмәтов эскерһеҙ, ябай, бик оҫта, мауыҡтырғыс итеп һөйләүсе булараҡ иҫебеҙҙә ҡаласаҡ. Беҙ йәш яҙыусының ижады оҙон ғүмерле, үҙе бәхетле булыуын теләйбеҙ.

Сығыу ваҡыты 28-11-2016, 14:27 | Ҡаранылар: 586
|
  • Ә беҙҙең ауылда... (18 ноябрь)
  • Ә беҙҙең ауылда... (11 ноябрь)
  • Ә беҙҙең ауылда... (16 сентябрь)
  • Ә беҙҙең ауылда... (2 сентябрь)
  • Ә беҙҙең ауылда... (5 август)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM