RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Машина һатып алһағыҙ…

21.11.2016 Машина һатып алһағыҙ…

Машина һатып алһағыҙ…

Йәйәү йөрөүселәргә ҡарағанда автомобилдә елдереүселәр күберәк хәҙер. Теләгән урыныңа елдереп кенә барып киләһең, әйбер ташыйһың, йомошоңдо йомошлайһың. Бигерәк тә ауыл ерендә унан да ҡулай хәрәкәт итеү сараһы юҡ. Элек халыҡ аҡсаһын йылдар буйына кассала йыйып барып, машина һатып алһа, хәҙер кредитка ла йәнең теләгән марканы һатып алып була. Ҡулдан да арзанға һатыусылар күп. Ғәҙәттә, яңы ғына автомобиль йөрөтөүгә таныҡлыҡ алғандар иҫкерәк машина алыуҙы хуп күрә. Төкөтһәң дә, сыйҙырһаң да йәл түгел.
Машина һатып алғанда нисек алданмаҫҡа? Ҡулдан алғанда ла уңаһыңмы, туңаһыңмы? Сөнки баҙарҙа кеше үҙенең шәхси автомобилен генә һатмай, иҫке машинаны һатып алып, ҡиммәткә һатыусылар ҙа бар. Тәжрибәһеҙ һатып алыусы «тимер ат»тың ниндәй торошта икәнен бер ҡарауҙа ғына билдәләй алмай. Белгестәр әйтеүенсә, машина алғанда бер нисә ҡағиҙәне онотмау шарт.

-Бер кеше лә үҙенә оҡшаған, яҡшы тороштағы әйберҙе һатмай.
-Һеҙ ала торған машинаның ҡайһылыр урыны сафтан сыҡҡан йәки ул эшләмәй.
-Ниндәй генә ҡыҙыҡтырғыс тәҡдим булмаһын, ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ.
-Һатып алғығыҙ килгән әйбер­ҙе кәмендә ике тапҡыр, төрлө ваҡытта ҡарағыҙ, теләк икенсеһендә һүрелә төшә.
Әлеге ҡағиҙәләр башҡа әйбер­ҙәр алғанда ла ярҙам итер һәм сифатһыҙ әйбергә аҡса түгеүҙән аралар.
Автомобиль алғанда тышҡы торошон ентекләп тикшерегеҙ. Ул яҡшылап йыуылған булырға тейеш. Буяуының асыҡ күренеп тороуы шарт. Биш йылдан ашыу тотонолған машинаның бик һирәге генә бәрҙерелмәгән, аварияға эләкмәгән була. Ремонт эшләнгән булһа, ниндәй кимәлдә сифатлы итеп эшләнеүен ҡарағыҙ. Кузов киҫәктәренең төҫө бер-береһенән айырылһа, бындай машинаны алыу кәрәкмәй. Һуңынан уны ҡиммәткә һатып булмай, тулыһынса буяу өҫтәмә сығым талап итә. Төкөтөлгән урындары булыу-булмауын да ентекләп ҡарар­ға кәрәк. Буяуы тулыһынса ҡырылған булһа, был урын тиҙҙән тутығасаҡ һәм машинаның йәмен ебәрәсәк.
Машинаның бер ҡулда нисә йыл йө­рөүен асыҡлағыҙ. Өс йыл бер кеше йөрөгән икән, тимәк, ул ремонт күргән. Был осраҡта хужаһының, автомобилгә ремонт талап ителеп, уға аҡса түккеһе килмәһә, һата йәки яңы машина алғыһы килә. Хужалары руль артында йөрөй алмай башлаһа һатҡандар ҙа бар.
Бер ҡулда бер йылдан да ашыу йөрөмәгән автомобиль һатып алғанда шикләнерлек урын бар. Тимәк, «дүрт тәгәрмәсле арба» йыш ватыла башлаған, уны ремонтлайҙар, тағы боҙола һәм бер аҙ ҡиәфәтен рәтләп, һатырға сығаралар. Билдәле бындай «тимер ат» тиҙҙән ҡойола башлаясаҡ. Хужаның үҙ машинаһын үлтереп маҡтауына ла иғтибар итмәгеҙ. Һүҙ уңайынан ҡайһы бер кәмселектәрен дә әйтегеҙ.
Автотехника өлкәһендә тәжрибәһе булмаған кешегә бер үҙенә машина һайларға кәңәш ителмәй. Сөнки сауҙа өлкәһендә тәжрибәле һатыусы ундайҙарға ярым емерек машинаһын ҙур ғына суммаға рәхәтләнеп һатып ебәрә. Хужанан документтарын күрһәтеүен һорау­ҙан, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе туплауҙан, заманса приборҙарҙың анализын алыуҙан да тартынырға кәрәкмәй. Машинаның урланған булыу-булмауын, банкта залогта тороуын ЮХХДИ аша белеп була. Документтарға ҡарата ныҡ иғтибарлы булығыҙ. Автомобиль сыҡҡан ваҡыт ПТС-тағы яҙыуға тура киләме? Идентификация, VIN номеры дөрөҫмө? Хужаның паспортына ла күҙ һалығыҙ. Бәлки, ул сит кешенең машинаһын һаталыр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне