RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тултырылған балыҡ

20.11.2016 Тултырылған балыҡ

Тултырылған балыҡ
Эй ошолай бешерелгән балыҡты яратам мин!!!! Берәй ҡунаҡта уны күрһәм, барлыҡ салаттарҙан баш тартып, тултырыған балыҡ ҡына ашап ултырам. Әммә уны өйҙә әҙерләүе ой-ой ҡатмарлы! Оҫталығым менән маҡтана алмайым: тәмле килеп сыға ул, әммә биҙәлеше әллә ни түгел. Шуға күрә әлегә кеше күп саҡта бешермәҫкә тырышам))) Йәмшәйгән, ҡыйшайған, тиреһе 2-3 урындан йыртылған балыҡты минең әҙерләүҙә биииик һирәк кенә кешеләр тәмләне))
Был һүрәт интернет селтәренән алынды)
Тултырыу өсөн 1,5-2 килограмлы, әҙ ҡылсыҡлы, итле балыҡ алырға кәрәк. Уның тиреһен йыртмайынса ғына, ипләп кенә тәңкәләренән таҙартырға. Ә эсен баш яғынан ғына ҡырҡып алаһың. Йыуып, таҙартҡас һыуын һарҡытып алаһың. Балыҡты икегә йәки өскә бүлеп (ҙурлығына ҡарап), тиреһен йырмайса ғына үткер бысаҡ менән итен алырға, уны ҡылсыҡтарынан таҙартырға.
Балыҡ итенә аҡ икмәк (200-300 грамм тирәһе), 2 кишер ҡушып 2 тапҡыр ит тартҡыс аша үткәрергә. Был массаға майҙа ҡыҙҙырылған 2 баш һуған, тоҙ, борос, 2 йомортҡа ҡушып яҡшылап бутарға.
Яйлап ҡына ошо массаны балыҡ тиреһе эсенән тултыра башлайбыҙ. Һәр бүлкәтте бысаҡтың үтмәҫ яғы менән тигеҙләй барырға кәрәк.
Духовка табаһын майлап балыҡты матурлап һалырға ла, яртылаш күмелерлек итеп һыу ҡойорға. Өҫтөн фольга менән ҡаплап ҡайнар мейестә 1 тирәһе бешереп алабыҙ.
Был тәмле балыҡты табынға һәр кем үҙенсә биҙәп бирә.
Ризыҡты әҙерләү мәшәҡәтле, әммә ул өмөттәрҙе аҡлаясаҡ: тәме телеңде йоторлоҡ була!







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Теләгән ваҡытта, теләгән көндә тикшерел

26.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Теләгән ваҡытта, теләгән көндә тикшерел


Бизнесты кем талай?

26.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бизнесты кем талай?


ЭЛИНА БЫСТРИЦКАЯ мәрхүм булған

26.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы ЭЛИНА БЫСТРИЦКАЯ мәрхүм булған


Юлда иғтибарлы булығыҙ!

26.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлда иғтибарлы булығыҙ!


Байрам хөрмәтенә - 10 000 һум

26.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Байрам хөрмәтенә - 10 000 һум


Бөгөн, 26 апрелдә бар донъя ҡара датаны - 1986 йылда Чернобыль атом электр станцияһында булған фажиғә көнөн билдәләй

Флорида ҡораллана...

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Флорида ҡораллана...


Клон. 251-се серия? Лео урынына - ағас?

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Клон. 251-се серия? Лео урынына - ағас?


Министр китте

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Министр китте


Юха Метсола " Салауат Юлаев" клубында ҡаласаҡ

Георгий таҫмалары таратыла башланы

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Георгий таҫмалары таратыла башланы


Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы орган

25.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы орган